Беҙҙең Ҡыйғы
+14 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
29 Марта 2019, 12:52

ТАҘАЛЫҠ ХАҠЫНА

Ауылдар территорияһын йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү маҡсатында район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов 6 апрелдән 7 майғаса өмәләр ойоштороу тураһында ҡарар сығарҙы.

Экологик өмәләр 6, 13, 20, 27 апрелдә һәм 7 майҙа үтәсәк. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына, бөтә төр предприятие-ойошмалар етәкселәренә түбәндәгеләр йөкмәтелде:
– ауылдар территорияһын йыйыштырыуҙы һәм төҙөкләндереүҙе, эш урындарын, производство биналарын, ижтимағи һәм торлаҡ йорттарҙы, ихаталарҙы, урамдарҙы, юлдарҙы тейешле тәртипкә килтереүҙе күҙ уңында тотҡан саралар планын әҙерләү;
– сәләмәт йәшәү рәүешенә, экологик мәҙәниәткә арналған күмәк сараларҙы ойоштороу. Л. Ибраһимова.

Читайте нас