Башҡортостанда 3 апрелдән ташҡын мәлендә бөтә көстәрҙең һәм сараларҙың юғары әҙерлек режимы индерелә. Был хаҡта дүшәмбе, 1 апрелдә, Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
Ташҡын торошон күҙәтеү өсөн Башҡортостанда 14 пилотһыҙ осоу аппаратын ҡулланыу ҡаралған. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 659 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты 160 мең кешене ҡабул итергә әҙер. Һыу баҫыу хәүефе янаған урында үҙәкләштерелгән системалар, радиотрансляция һәм телетапшырыу, смс-хәбәрҙәр ярҙамында хәбәр итеү күҙаллана.
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл төбәктә көслө ташҡын фаразланмай. Һыуҙың максималь кимәле нормаға ярашлы һәм түбәнерәк тә булыр тип көтөлә.
Ағиҙел һәм Урал йылғалары бассейндарының боҙҙан уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 2-3 көнгә иртәрәк әрселеүе көтөлә. Төньяҡ-көнсығышта йылғалар — 12-15 апрелдә, далала — апрелдең тәүге декадаһында, тауҙарҙа — 6-15 апрелдә, Урал аръяғында 6-11 апрелдә асыла. Өфө янындағы Ағиҙел йылғаһында боҙ китеүе 2-8 апрелдә көтөлә. Дала һәм тау йылғаларында боҙ тығыны булыуы ихтимал (Архангел, Бөрө, Бөрйән һәм башҡа райондарҙа). Өфөлә Киров, Дим һәм Ленин райондарын һыу баҫыуы мөмкин.
Иң насар осраҡта быйыл 80 меңдән ашыу кеше йәшәгән 257 тораҡ пункт һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал.
Биш предприятие һәм бер социаль әһәмиәтле объект һыу баҫҡан урынға эләгеүе мөмкин. Мал зыяраттары, ағыулы химикат складтары, сүплектәр, күперҙәр, төбәк һәм федераль трассалар, тимер юлдары, хәүефле объекттар, хужаһыҙ гидротехник ҡоролмалар, һыу алыу ҡоролмалары һыу баҫҡан урынға эләкмәй.
Ташҡын осорона 491 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Кәрәк була ҡалһа, улар 117 мең кешене ҡабул итеүгә һәләтле. 20 һәм 100 кешелек мобиль урынлаштырыу пункттары ла әҙер.
Ташҡынды күҙәтеү өсөн Башҡортостандың һигеҙ йылғаһында халыҡты хәүеф тураһында алдан иҫкәртергә мөмкинлек биргән 14 автоматик гидропост ҡуйыла.