Акция сиктәрендә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, зарарлы ғәҙәттәргә кире мөнәсәбәт уятыу маҡсатында төрлө саралар ойошторолдо.
Психологтар: республика социаль- психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәгенән И. Ғөбәйҙуллин, “Йәшлек” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубынан А. Кә- римова, “Ғаилә” төньяҡ-көнсығыш район- ара үҙәгенән З. Хизбуллина “Тормош берәү генә”, “Һәр саҡ һайлау юлы бар” темаларына профилактик әңгәмәләр үткәрҙе, “Үҙ ғүмереңде баһала”, “Мин тормошто һайлайым” видеороликтарын күрһәтте.
Йәштәрҙең бындай сараларҙа ҡатнашыуы уларға тормош мәғәнәһе тураһында уйланыу, наркотиктарҙың хәүефлелеге тураһында ярашлы һығымта яһау мөмкинлеген бирә.