– Объектты төҙөү проектын “Зодчий” ЯСЙ-һы (Удмурт Республикаһы) әҙерләне, “Глобаль технологиялар” компанияһы белгес- проектлаусылары уны урынға яраҡлаштырҙы. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 165 миллион һум тәшкил итә, – тип асыҡлыҡ индерҙе таһир Рәхимйән улы. Ауылда ҙур төҙөлөш барыуын белдереп, алыҫтан уҡ крандар көйәнтәләре күренә, техника гөрләүе ишетелә. Бында өс төрлө: автомобиль, башня һәм стационар крандар эшләй. МКГ-25 БР кранында Д. Заһретдинов монтажсыларға бетон плиталарҙы биреп тора. Һәр урында эш көйлө бара. Беҙҙе иң беренсе булып йөк тейәү һәм бушатыусылар И. Мөхөтдинов менән В. Иштуғанов ҡаршы алды. Майҙансыҡта алты кешенән торған звено кирбес һалыу өсөн иҙелмә әҙерләй ине. Эшселәр ҡомдо ентекләп иләй, йылытылған цистернала һыу әҙерләй. Ошо компоненттарҙы цемент һәм туңмаусан шыйыҡса (ҡышын тоҙ файҙаланғандар) менән бутағас, иҙелмә тейешле кондицияға еткерелә һәм һыуынып та өлгөрмәгән килеш ташсыларға бирелә.
Мастер А. Водыжев объекттың уң ҡабырғаһындағы төҙөлөш-монтаж эштәре өсөн яуаплы. Ул ташсылар С. Корзников менән В. Хужиндың тырышып эшләүен билдәләп үтте. Төп корпусты төҙөү менән бер рәттән спорт залын һалыу ҙа алып барыла, бында ташсы А. Водыжевтың яҡшы эшләүе күренә. Иретеп йәбештереүселәр звеноһы икенсе ҡатта эштәр башҡарыу өсөн баҫмалар әҙерләй. Буласаҡ душ бүлмәһе кирбестәрен Р. Ғәләүетдинов һала. Объектҡа күптән түгел “геострой” ЯСЙ-һының (Өфө ҡалаһы) Р. Кабилов етәкселегендәге тағы ла бер бригадаһы килгән һәм объекттың һул ҡабырғаһында эштәргә тотонған. төҙөлөштә иң мөһим кеше – төп подряд ойошмаһы – “геострой” ЯСЙ- һы вәкиле, прораб А. Әхмәтшин. “төҙөлөштә бөтәһе 56 эшсе һәм 3 инженер-техник персонал эшләй. Һәр иртә мастерҙар эш урынындағы хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәрә. Бөгөнгө көнгә, килтерелгән төҙөлөш материалдары күләмен иҫәпкә алып, планлаштырылған эштәрҙең дүрттән бер өлөшө башҡарылған. Стеналарҙы төҙөү менән бер рәттән фундаментты ябыу, түшәмгә бетон плиталар һалыу бойомға ашырыла,” – тип һөйләне Алмаз Зәйтүн улы. төҙөүселәр, объект тейешле срокта тапшырыласаҡ, тип ышандыра.