Сара район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын ҡарауҙан башланды. Музей директоры Р. Мирғәлин килеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған күргәҙмә-экспозиция менән таныштырҙы.
Артабан семинар район мәҙәниәт йортонда дауам итте, ветерандар ҡатнашлығында ҙур булмаған концерт күрһәтелде. А. Ниғмәтуллина (Сағыр ауылы), Р. Миңләхмәтова (Түбәнге Ҡыйғы), М. Хәлилов, Г. Хәлилова, И. Әхмәҙуллин (Үрге Ҡыйғы ауылы) башҡарыуындағы йырҙар тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Л. Яҡупова (Йонос ауылы), Г. Сибәғәтуллин (Арыҫлан ауылы) башҡарыуында Мостай Кәримдең шиғырҙары яңғыраны. Концерт программаһына “Йәш йөрәктәр” ветерандар бейеү коллективы (етәксеһе З. Шәрифуллина) дәрт өҫтәне.
Семинарҙың икенсе өлөшөндә ветерандар алдында Пенсия фонды идаралығы начальнигы Л. Нәзирова, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Т. Ибраһимова, социаль страховкалау филиалы әйҙәүсе белгесе Р. Сабирйәнова сығыш яһаны. Улар ветерандарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Шулай уҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусылар район ветерандар Советы эшмәкәрлеге менән танышты. “Ойошманың төп маҡсаты – һәр пенсионерҙың уй-фекерҙәрен, теләктәрен белеп, уға үҙ мөмкинлектәрен файҙаланырға, әүҙем тормош алып барырға шарттар тыуҙырыу,”– тип билдәләне сығыш яһаусылар.
Семинар-кәңәшмәлә акуталь проблемалар тикшерелде һәм башҡарыласаҡ эштәрҙең планы төҙөлдө.