Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2019, 16:18

ШӘХЕС ОШОЛАЙ СЫНЫКТЫ

Республиканың бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы районда ҡыҙыҡлы саралар ойошторола, күргәҙмәләр, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары менән осрашыуҙар үтә.

Ошо көндәрҙә “Беҙҙең Ҡыйғы” район гәзитенең элекке әҙәби хеҙмәткәре, мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән Марат Ҡәйүм улы Шәйкамалов редакцияның почетлы ҡунағы булды. Ул Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәй, райондың почетлы гражданы, БР-ҙың атҡаҙанған юрисы – халыҡ хужалығының төрлө өлкәләрендә намыҫлы хеҙмәт итеп, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә үҙ өлөшөн индереүселәрҙең береһе.
Уның йәше республика йәшенән ике тиҫтәгә генә ҡалыша, ошо йылдар эсендә күп юлдар, байтаҡ һынауҙар аша үтергә тура килгән. Уның хәтеренә 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының ауыр хәтирәләре уйылып ҡалған, үҙ иҫтәлектәрен ул ошо йылдарҙан башлап алып китте. 1943 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китеүсе доброволецтарҙы оҙатыуҙы асыҡ иҫләй, улар араһында фронтҡа алынғансы Район ҡулланыусылар союзы рәйесе булып эшләгән атаһы Ҡәйүм Шәйкамал улы ла була. Унарлаған ат арбаһына тейәлгән Ҡыйғы ир-егеттәрен моңло гармун, хәсрәтле йыр тауыштары аҫтында, теләктәр теләп, оҙатып ҡалалар. Бигерәк тә кешеләрҙең Еңеүгә ҡарата булған ышанысын яҡшы хәтерләй.
Әсәһе Зөләйха Муса ҡыҙы аҡыллы ҡатын була, ул балаларының тамағын туйҙырыуға, уларҙы һаҡлап алып ҡалыуға бар көсөн бирә, балаларын ас итмәҫ өсөн, ғаиләнең берҙән-бер туйҙырыусыһы булған һыйырҙы ла һаҡлап ҡала. Бәхеттәренә күрә, аталары һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Уны 1949 йылда Ләүзә ауылындағы промком- бинатҡа директор итеп ҡуялар, унда арба, сана һәм башҡа ауыл халҡы өсөн кәрәкле әйберҙәр сығарыла. Әммә 1952 йылдың бер көнөндә ғаилә бәхете юҡҡа сыға, Ҡәйүм Шәйкамал улын нахаҡҡа ғәйепләп, ҡулға алалар.
“Был ваҡытта ғаиләбеҙҙә һигеҙ бала үҫеп килә ине. Мин ғаиләләге дүрт малайҙың өсөнсөһө инем. Етенсе класты ла тамамламаҫ борон, механизатор һөнәрен алырға ҡарар иттем. “Әбдрәзәк” МТС-ның юлламаһы менән Балаҡатай районының Йымашы ауылындағы ауыл хужалығын механизациялау училищеһына уҡырға киттем. Уҡыуымды уңышлы тамамлағас, Ләүзә ауылына әйләнеп ҡайттым һәм миңә, 17 йәшлек егеткә, сылбырлы “ДТ-54” тракторын ышанып тапшырҙылар, мин уның менән ер тырматтым, һөрҙөм, ашлыҡ сәстем. 1957 йылда мин йәш комсомол ағзаһы – эш алдынғыһы булараҡ, тырыш хеҙмәтем өсөн СССР Юғары Советы Президиумының ҡарары менән “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалына лайыҡ булдым,” – тип һөйләй Марат Ҡәйүм улы.
Артабан өс йыл һәм дүрт йыл ғүмерен барыһына ла таныш Капустин яр һынау полигонында стратегик тәғәйенләнешле ракета ғәскәрҙәренең ут үҙәгендә хеҙмәт итеүгә бағышлай. Ҡыйғы егете тағылмалы “ЗИЛ-157” автомобилендә баллистик ракета өлөштәрен уларҙы йыйыу урынына ташыу менән мәшғүл була. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, ағаһы Айраттан үрнәк алып, нефть эҙләү эшенә тотонорға ҡарар итә, “КрАЗ” автомобилендә тәрән бурау саважиналарын хеҙмәтләндерә. 1962 йылда Ҡыйғы ҡыҙы Люциә Таһир ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Нефть ятҡылыҡтарында алты йыл эшләгәндән һуң, ғаилә тыуған яҡтарына ҡайтырға хәл итә һәм Үрге Ҡыйғы ауылында төпләнә. Ғаилә башлығы “КамАЗ” автомобиле водителе булып яңы ойошторолған ПМК-438 төҙөлөш ойошмаһына эшкә урынлаша. Йәш кешенең тормошонда яңы этап башлана, районда был ваҡытта ҙур төҙөлөш эштәре башҡарыла һәм уларҙа әүҙем ҡатнаша. Эш көнө эсендә ул Сулея станцияһына йөк артынан өсәр тапҡыр барып ҡайтырға өлгәшә. Юлда йөрөгәндә һәр төрлө кешеләр менән осраша, күпте күрә һәм үҙенең тәьҫораттарын башҡалар менән дә уртаҡлашырға теләп, район гәзитенә хәбәрҙәр яҙа башлай. Гәзит мөхәррире Р. Әһлиуллин (үкенескә ҡаршы, бөгөн мәрхүм) егеттең һәләтен күреп, әҙәби хеҙмәткәр вазифаһына эшкә саҡыра, һуңынан уға хаттар бүлеге етәксеһе бурыстарын йөкмәтәләр, һуңынан мөхәррир урынбаҫары булып китә.
Йылдар үтеү менән йәш кешелә үҙенә тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләтте тулыраҡ ҡулланыу теләге барлыҡҡа килә. Ситтән тороп Бөтә Союз юридик институтына (Мәскәү ҡалаһы) уҡырға инә. Уны Бөрө ҡалаһының район-ара прокура- тураһына прокурор ярҙамсыһы вазифаһына эшкә саҡыралар. Артабан партияның Башҡортостан өлкә комитеты тәҡдиме буйынса уны Ҡыйғы район судына рәйес итеп һайлайҙар. Үҙенең төп эшенән тыш, ул бик күп ваҡытын хеҙмәт коллективтарында үткәрә, ҡануниәт талаптарын аңлата, теге йәки был тәртип боҙоуға ҡарата булған яуаплылыҡ төрҙәре, закон талаптары хаҡында һөйләй. Халыҡҡа хоҡуҡи тәрбиә биреү, тәртип һаҡлау һәм ҡануниәтте нығытыу өлкәһендәге уңыштары өсөн республиканың төньяҡ- көнсығышында тәүгеләрҙән булып мәртәбәле “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” исемен ала.
1985 йылдан 1990 йылға тиклем ул халыҡ депутаттарының район Советында рәйес урынбаҫары булып эшләй. Артабан ете йыл Ҡыйғы районы эш менән тәьмин итеү хеҙмәте начальнигы һәм район агросәнәғәт ойошмаһының юридик хеҙмәте етәксеһе була. Тырыш һәм оҙаҡ йыллыҡ эшмәкәрлеге өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә. Йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнарға ла ваҡыт таба. Күп тапҡыр район Советы депутаты итеп һайлана. Ленин исемендәге колхоздың партия ағзаларын сәйәси уҡытыу пропагандисы була һәм КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрен ветерандар үҙҙәренең пленумында 2013 йылда район ветерандар Советы рәйесе итеп һайлай. Ветерандар хәрәкәтен үҫтереүҙәге әүҙем эшмәкәрлеге өсөн, ветерандарҙың Республика Советы грамота менән бүләкләй. Бөтә Рәсәй ветерандар Советы Президиумының 2017 йылда тапшырылған Почет билдәһен дә ул ҙур награда тип иҫәпләй. Ветеран оло тормош һәм хеҙмәт юлы үткән. Марат Ҡәйүм улы һәр ваҡыт халыҡ менән һәм ваҡиғалар уртаһында. Ул ижад иткән “Бер нимә лә онотолмаған” китабы шәхестең үҫеү юлдары, райондың һәм республиканың барлыҡҡа килеү һәм үҫеше хаҡында һөйләй. Бөгөн М. Шәйкамалов гәзит редакцияһы менән хеҙмәттәшлек итә, ҡыҙыҡлы темалар тәҡдим итә, тыуған яҡты өйрәнеү менән шөғөлләнә, умартасылыҡ һәм йәшелсә үҫтереү менән мауыға.


Л. Саҙретдинова. Фото ғаилә альбомынан.

Читайте нас: