«Ҡырағай йәнлектәр» тигән билдә ҡуйылған урында мышыны бәрҙергән водителдәр 80 мең һум күләмендә тәбиғәткә күрһәткән зыянды ҡапларға, шулай уҡ 500 һум административ штраф (билдәгә әһәмиәт бирмәгән өсөн) түләргә тейеш, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Экология министрлығында. Юристар түшкәне үҙең менән алып китмәҫкә кәңәш бирә — водителде законһыҙ һунар итеүҙә ғәйепләүҙәре ихтимал, уның өсөн 200 мең штраф йәки 6 айға тиклем ҡулға алыу янай.
Статистика буйынса, хайуандарҙы бәрҙереү осраҡтары йышыраҡ май-июнь айҙарында, бигерәк тә кисен һәм төндә теркәлә. Тәгәрмәс аҫтына күбеһенсә мышылар һәм ҡоралайҙар эләгә. 2016 йылда төбәктә ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында 38 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, 2017 йылда — 22, 2018-ҙә — 45, 2019 йылдың башынан — 8. Был осраҡтар йышыраҡ Өфө, Дүртөйлө, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Кушнаренко райондарына тура килә.
Быйыл тапатылған ҡабан өсөн зыян 30 мең һум, бүре менән төлкөгә — 200 һум, бурһыҡҡа — 12 мең, айыуға — 60 мең, ҡуянға 1 мең һум күләмендә ҡаплана.