Бөгөн Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО комплексында «Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау аҙналығы» медицина форумы-күргәҙмәһе эшләй башланы. Быйыл форум дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Республикала тармаҡҡа дәүләт яғынан ҙур ярҙам күрһәтелә, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә, халыҡты һауыҡтырыуға иғтибар бүленә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров граждандарҙың һаулығы һәм йәшәү сифаты мәсьәләләренә арналған медицина форумының пленар ултырышында сығыш яһап, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә бик күпте башҡарырға кәрәклеген билдәләне. Тәү сиратта – сифатлы диспансерлаштырыу, вакцинация, төрлө сирҙәрҙе асыҡлау.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йәмәғәтселек һаулығы һәм коммуникациялар департаменты директоры Алексей Киселев-Романов фекеренсә, медицина форумы ғәҙәттәгесә ҡеүәтле ғилми-ғәмәли программаны һәм төбәктәге ҙур махсуслаштырылған медицина һәм һаулыҡ һаҡлау ҡаҙаныштары күргәҙмәһен берләштерә.
Форумда балалар һаулығын һаҡлауҙы һәм беренсел медик-санитар ярҙамын үҫтереү мәсьәләләрен, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә һәм онкологияға ҡаршы көрәште, кадрҙар тәьминәтен яҡшыртыуҙы һәм һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм цифрлы һыҙат булдырыуҙы тикшереү күҙаллана.
Күргәҙмә эшендә Рәсәйҙең 17 төбәгенән 160-тан ашыу компания ҡатнаша.
5 апрелгә тиклем сәләмәтлек үҙәктәрендә табиптар – терапевтар, педиатрҙар, стоматологтар, гастроэнтерологтар, кардиологтар, онкологтар, офтальмологтар, психологтар бушлай консультация үткәрә. ВДНХ-ЭКСПО алдындағы майҙансыҡта «Диагностика», «Ҡатын-ҡыҙ һаулығы», «Кардиомодуль», «Стоматология» күсмә комплекстарында тикшереүҙәр ойошторолған. Күргәҙмә барышында ВИЧ-ҡа экспресс-тест үтергә мөмкин. Республиканың шифахана-курорт учреждениелары ла халыҡҡа үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итә.
Икенсе йыл рәттән Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн экспозиция ойошторолған. Бөгөн, Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы асылған көндә, республиканың кардиология үҙәге һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы «Ҡыҙылдан кейен» акцияһын үткәрә. Проект Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарына йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеүҙең мөһимлеген аңлатыуға йүнәлтелгән.