Быйыл рәсәйҙәр май байрамдарында 1-нән 5-енә һәм 9-ынан 12-һенә тиклем ял итә, тип иҫкә төшөрә Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт.
«5 һәм 6 ғинуарҙағы, шулай уҡ 23 февралдәге ял көндәрен күсереү сәбәпле май байрамдары оҙайтылды», — тип асыҡлыҡ индерҙе Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Иван Шкловец.
Әйтәйек, Яҙ һәм хеҙмәт көнөн байрам итеүгә бәйле рәсәйҙәр быйыл биш көн рәттән ял итә — 1-нән 5 майға тиклем.
Еңеү көнөнә рәсәйҙәрҙе өс көнлөк эш аҙнаһы һәм оҙайлы ялдар көтә. 6,7,8 май — эш көндәре, 9-нан 12-һенә ҡәҙәр — ял.
Бынан тыш, 30 апрель һәм 8 май байрам алды көндәре булғанлыҡтан, эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.