-15 °С
Болотло
«Беҙ был әшәкелек менән күптән көрәшәбеҙ. Ләкин элек был көрәштә хоҡуҡ һаҡлау органдары, муниципалитеттар, башҡа ведомстволар һәм ойошмалар һәр береһе айырым эш алып бара ине. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙың тәжрибәһен ҡарағас, әлеге көрәштә иң мөһименең булмауын аңланым. Әгәр кешеләр булды һәм урындағы бутлегерҙарға «юҡ!» тип әйтергә ваҡыт етеүен аңламай икән, бер нәмә лә килеп сыҡмай, — тип ышана Радий Хәбиров. — Халыҡ ошо саҡырыуҙы ғына көткән кеүек. Хәҙер тотош республикала сходтар бара, улар власҡа үлем менән һатыу итеүселәрҙең адресын әйтә һәм ауылдарҙы уларҙан таҙартыуҙы талап итә. Был видеоны миңә яҡташтарым ебәргән. Ләкин уларға ғына түгел, ә ошондай сходтар үткәргән һәм һатыусыларҙың адресын әйткәндәрҙең һәммәһенә лә уларҙы власть ишеткәнме, юҡмы икәнен шәхсән контролдә торорға вәғәҙә бирәм».
«Беҙҙә сходтар исем өсөн генә үткәрелмәй. Бындай сходтар — тәү сиратта, сәләмәт йәшәү рәүешен, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, айырылышыуҙарҙы, социаль етемлекте иҫкәртеү ул. Улар ярҙамында күп кенә кешеләрҙең аңын үҙгәртә алырбыҙ тип уйлайбыҙ, — тине Дүртөйлө район советы секретары Рәмил Ваһапов. — Сентябрь аҙаҡтарында халыҡ алдында яуап тоторға, башҡарылған эшебеҙ тураһындла отчет бирергә ниәтләйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл ителмәгән мәсьәләләр әле етерлек».