Ошо йылдың февралендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ҡарата “Ҡыйғы еренең йәш таланттары” балалар ижады район конкурсы үтте. Сара ике этапта барҙы: мәктәпкәсә йәштәге һәм мәктәп йәшендәге балалар араһында. Был конкурс икенсе йыл рәттән ойошторола һәм таланттарҙы үҫтереү өсөн шарттар булдырыуҙы, балалар ижадын популярлаштырыуҙы, милләт-ара мәҙәни хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Беҙҙең дәүләтебеҙҙең киләсәге балаларыбыҙҙы ниндәй кешеләр итеп тәрбиәләүебеҙгә бәйле, шуға ла уларҙа тәрән яуаплылыҡ тойғоһо, Тыуған илгә тоғролоҡ тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.
Конкурста 4–17 йәштәрҙәге балалар ҡатнашты. Барлыҡ мәғариф учреждениелары әүҙемлек күрһәтте, айырыуса “Ҡояшҡай”, “Башаҡҡай”, “Шатлыҡ” (Үрге Ҡыйғы ауылы), “Умырзая” (Түбәнге Ҡыйғы ауылы) балалар баҡсалары, мәктәптәр араһында – Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбе, Түбәнге Ҡыйғы, Йыланлы, Солтан мәктәптәре айырып торҙо. Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙы әҙерләгән педагогтарҙың һәм уҡы- тыусыларҙың яҡшы эшен билдәләп үтке килә. Конкурстың еңеүселәре һәм призерҙары мәғариф бүлеге маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде һәм Гала- концертта сығыш яһау мөмкинлегенә эйә булды.
Сығыш яһаусы балалар ҙа, тамашасылар ҙа бик күп ыңғай тәьҫораттар алды, буш ваҡыттарын файҙа менән үткәрҙе. Беҙ еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, уларға артабанғы ижади уңыштар теләйбеҙ.