Беҙҙең Ҡыйғы
+13 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
5 Апреля 2019, 09:31

БЕҘГӘ ХӘҮЕФҺЕҘ ЮЛДАР КӘРӘК

Юл өҫтө ҡар һәм боҙҙан асылыу менән, “Башавтодор” ЯСЙ-һының Ҡыйғы участкаһы хеҙмәткәрҙәре төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа соҡорҙарҙы ямау эшен башланы.

Район юл хеҙмәтенең производство-техник бүлеге инженеры И. Мөхөтдинов әйтеүенсә, быйыл 4538 кв.км майҙанда юлдарҙағы соҡорҙарҙы тишеҙләү эштәре ҡаралған. “Һәр айҙың декадаларында башҡарыласаҡ эштәр графигы раҫланған. Март айында план буйынса ҡаралған 13 кв. км майҙанда Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы һәм Малаяҙ–Үрге Ҡыйғы–Яңы Балаҡатай–Өнкөрҙө автомобиль юлдарында эштәр башҡарылды. Өфө ҡалаһының “Ремстройдормаш” заводынан килтерелгән 7,6 т төҙөлөш материалының 1,4 тоннаһы ҡулланылды. Ремонт эштәрендә мастер Ф. Әлбиев етәкселегендә биш кешелек бригада эшләй. Махсус юл ремонтлау машинаһына Р. Закиров идара итә, фрезерлыҡ эштәрен М. Мәүлитов башҡара. Р. Ғәлимов, Р. Ғарипов һәм Н. Фазлыев автогрейдерҙар ярҙамында ҡырсынташлы юлдарҙы тигеҙләүҙе башҡара. Ауыл исемдәре яҙылған яңы юл тамғалары ҡуйылды.
Апрель айының тәүге яртыһында беҙ 52 кв. км майҙанда юл полотноһын ремонтларға тейешбеҙ,” – тип һөйләне Илгизәр Әдүәт улы.
Әлеге көндә эштәр күләменең артыҡ күп булмауы сәбәпле, асфальт һалыуҙың “һалҡын” ысулы ҡулланыла. 15 апрелдән һуң “эҫе” ысулға күсәсәктәр, ә майҙың тәүге ун көнлөгөндә асфальт-бетон заводы эшләй башлаясаҡ. Июнь айы графигында автомобиль юлдары ҡырыйҙарын һәм юл үҙәктәрен, йәйәүлеләр өсөн сығыу юлдарын ҡайтанан билдәләп сығыу ҡаралған. Сентябрь айында юлдарҙа үҙәк тамғалар яңыртыласаҡ.
Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хә- бировтың ҡарарын үтәү маҡсатында Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты тарафынан республикалағы юлдарҙағы һәм ихаталарҙағы соҡорҙар хаҡында хәбәрҙәрҙе ҡабул итеү порталы һәм мобиль ҡушымта булдырылған. Теркәлгән ҡулланыусы, юлдағы соҡорҙоң фотоһүрәтен беркетеп, порталда заявка ҡалдыра ала.


Л. Ибраһимова.

Читайте нас