БР Хөкүмәте лә урман проблемаларын хәл итеүгә ныҡлап тотондо. Ошо көндәрҙә Ҡариҙел ауылында үткән форумда төбәк башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хәбиров: “Тармаҡты үҫтереүҙең иң өҫттөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып урман ресурстарын тергеҙеү тора,” –тине. Был мөһим сараға ҡарата ниндәй әҙерлек барыуы хаҡында белеү өсөн беҙ “Урман хужалығы идаралығының Салауат районы буйынса бүлеге” участкаһында булдыҡ. Участка урмансыһы А. Камалов: “Беҙгә быйыл 100 гектарҙа ағас ултыртырға план ҡуйылған, шул иҫәптән 5 гектар ағас культураларын беҙ республиканың йөҙ йыллыҡ юбилейына арнап ултыртасаҡбыҙ. Йүкәлекүл ауылы эргәһендә, урман тулыһынса ҡырҡылған урынға ылыҫлы һәм япраҡлы ағастар ултыртасаҡбыҙ. Урман биләмәләрен ҡуртымға алыусылар, урманды тергеҙеү проектына ярашлы, 160 гектарҙан ашыу майҙанда ағас ултыртырға тейеш”, – тип һөйләй.
Был эштәрҙе башҡарыу өсөн, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре үткән йылда уҡ әҙерлек башлаған. Көҙгө инвентаризация йомғаҡтары буйынса 93 мең төп ябай дардар, 200 мең төп ябай шыршы һәм 600 мең төп ябай ҡарағай сәсмәлеге булдырылған.
Азат Радик улы: “Үрге Ҡыйғы ауылындағы мәҙәниәт паркын “Уңайлы ҡала мөхите” проекты сиктәрендә йәшелләндереү өсөн дүрт- биш йәшлек зәңгәр шыршылар, пирамидаль тирәк, тере ситән яһау өсөн, спирея һәм башҡа ҡыуаҡлыҡтар үрсетмәлеге бар,” – тип һөйләне.
Шулай уҡ урман хеҙмәтенә питомникта 1 гектар майҙанда ағас орлоҡтары сәсергә кәрәк. Улар 12 тонна ябай ҡарағай тубырсыҡтары әҙерләгән. Әле уларҙы киптереү эше дауам итә, быны И. Дәүләтов менән З. Нурғәлиев (һүрәттә) башҡара. И. Кашапов, Н. Фәхуртдинова менән А. Һаҙыева орлоҡ таҙартыу машинаһында киптерелгән материалды таҙарта. 100 кг орлоҡ әҙерләнгән, был партия әле ҡар аҫтында стратификация осорон уҙғара.
“Сирҙәргә һәм ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеү үткәреү, шулай уҡ минераль ашламалар менән туҡландырыу өсөн яңы трактор һиптергесе бирелде. Урман питомнигы тупрағын анализлау өсөн өлгөләр алынды, уларҙың һөҙөмтәһе буйынса сәсмәлектәрҙе үҫтереү технологияһы төҙөләсәк. Таҙартыу-киптереү техникаһын да яңыртыу көтөлә,” – тип бүлеште беҙҙең менән бүлек начальнигы Р. Шәйәхмәтов.