– Былтыр ҡаҙ бәпкә- ләрен уңышһыҙ һатып алдым: 20 баштың 15-е үлде. Сирлеләре эләкмәһен өсөн, бәпкәләрҙе нисек һайларға?
– Ҡош-ҡорт һатып алғанда уларҙың ҡауырындарына, хәрәкәтсәнлегенә, эсенең йыйынҡы, ҡанаттарының һалынып төшмәгән булыуына, шулай уҡ клоака тирәһенең таҙалығына иғтибар итергә кәрәк, сөнки шыйыҡ тиҙәккә бысранған себештәр, ҡағиҙә булараҡ, хәлһеҙерәк була һәм ундайҙарҙан баш тартыу яҡшыраҡ. Сәләмәт себеш- бәпкәләр теремек, хәрәкәтсән, аяҡтарында яҡшы баҫып тора, кендек тирәһе ҡоро, ҡанһырамай, мамығы таҙа һәм шыма, аяҡтарында бармаҡтары тура, күҙҙәре саҡ ҡына таҫыр, ә эстәре йыйынҡы. Ҡош-ҡорттоң сәләмәтлегенә генә түгел, һатыусыла ветеринар- оҙатыу документтарының булыуына иғтибар биреү мөһим. Бер тәүлек эсендә бәпкәләр үлә башлаһа, кисекмәҫтән ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк. Район ветеринария станцияһы ҡарамағында ветаптека бар. Ауыл хужалығы малдары, ҡош-ҡорт, эт һәм бесәйҙәр ауырыуҙарын киҫәтеү һәм дауалау өсөн барлыҡ кәрәкле препараттар, витаминдар, антигельментиктар, примекстар, ЗЦМ һәм башҡалар тәҡдим итәбеҙ.
– Беҙ ихатала 6 һыйыр аҫрайбыҙ. Малдарҙың продуктлылығын яҡшыртырға теләр инек. Ләкин әлегә тоҡомло мал алыу мөмкинлегебеҙ юҡ. Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
– Малдарҙың генетик потенциалын яҡшыртыу, тоҡом һәм продуктлылыҡ сифаттарын күтәреүҙә яһалма ҡасырыу ҙур роль уйнай. Яһалма ҡасырыу өсөн төрлө тикшереүҙәр үткән таҙа тоҡомло нәҫел үгеҙҙәре материалы алына. Быҙауҙар эре булып тыуа һәм тиҙерәк үҫә. Яһалма ҡасырғанда, малдарға йоғошло һәм инвазион сирҙәр, лейкоз йоғоу ҡурҡынысы юҡ. Райондың ветеринария белгестәре был төр хеҙмәтте күптәнән күрһәтә. Беҙҙә бестужев, симменталь һәм ҡара сыбар тоҡомдарҙың аталыҡ орлоғо бар. Бер тапҡыр ҡасырыу хаҡы 400 һум. Мәҫәлән, Үрге Ҡыйғы һәм Кандаковка ауыл биләмәләре халҡы был алымдың өҫтөнлөгөн баһаларға өлгөрҙө лә инде. Ҡалғандарҙы ла көтөп ҡалабыҙ.
– Беҙҙең этебеҙ ни эшләптер үлде. Уны нисек үтилләштерергә?
– Әгәр һеҙҙең йортта ниндәйҙер хайуан (һыйыр малы, эт йә иһә бесәй булһынмы) үлһә, мотлаҡ был турала бер тәүлек эсендә ветеринария белгестәренә хәбәр итергә кәрәк. Нисек үтилләштерергә кәрәклеген улар хәл итә. Ветеринар-санитар ҡағиҙәләргә ярашлы, биологик ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү өсөн хайуандарҙың хужалары (шәхси хужалыҡ, КФХ эйәләре, хужалыҡ- предприятиелар етәкселәре) яуаплы. Биологик ҡалдыҡтарҙы үләт соҡорона алып барыу бурысы хужаларға йөкмәтелә. Ошо ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн граждандарға 4–5 мең һум, вазифалы кешеләргә – 20–40 мең, юридик берәмектәргә – 500–700 мең һум штрафтар ҡаралған.
– Күрше райондан һарыҡ һатып алырға йыйынам. Был турала ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәкме?
– Мотлаҡ! Үкенескә ҡаршы, беҙҙә ветеринария хеҙмәте рөхсәтенән тыш район территорияһына ауыл хужалығы малдарын килтереү (сығарыу) осраҡтары артты. Ҡағиҙә булараҡ, шәхси хужалыҡтар һәм КФХ-лар эйәләре Интернет, гәзиттәрҙәге иғландар аша мал һатып ала һәм ветеринария хеҙмәте ризалығынан башҡа, тимәк, карантин саралары үткәрелмәгән, ә йыш ҡына оҙатыу документтары булмаған килеш малдарҙы үҙ хужалығына алып ҡайта. Был бруцеллез, лейкоз, туберкулез, бешмә кеүек хәүефле йоғошло сирҙәрҙең таралыуына килтереүе ихтимал. Малдарҙы рөхсәтһеҙ районға алып инеү ветеринария закондарын боҙоу булып тора һәм күҙәтеүсе органдар тарафынан штраф һалыуға килтерә.
– Беҙҙең ауылға йыш ҡына төлкөләр килә башланы. Уларҙан йорт хайуандарына ҡотороу сире йоғоуы ихтимал бит. Ниндәй саралар күрергә мөмкин?
– Һеҙҙе һәм һеҙҙең йорт хайуандарын вакцинация ғына ҡотороу кеүек хәүефле сирҙән аралаясаҡ. Йортоғоҙҙағы барлыҡ хайуандарға прививка яһалырға тейеш. Антирабик вакцина малдар өсөн хәүефһеҙ. Иммунитет 4 аҙнанан барлыҡҡа килә һәм 1 йылғаса һаҡлана. Шуға ла ҡотороуға ҡаршы прививканың йыл һайын яһалыуы мотлаҡ. Барлыҡ эттәргә, бесәйҙәргә, малдарға 100 процентҡа прививка яһалыуы мөһим. Әгәр ҡайһы бер хайуандарға ғына прививка эшләнгән булһа, ҡотороу сиренең кинәт таралып китеүе мөмкин. Ҡотороуға ҡаршы вакцинация бушлай. Был бик ҡурҡыныс сир һәм уға вайымһыҙ ҡарарға ярамай.
С. Исмәғилева яҙып алды. Автор фотоһы.