Республиканың Хеҙмәт министрлығы Башҡортостанда йәшәүселәрҙең майҙа нисек ял итеүен иҫкә төшөрҙө. Хеҙмәт кодексына ярашлы, биш көнлөк эш аҙнаһында 13 ял һәм ике ҡыҫҡартылған эш көнө була.
Шулай итеп, 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы һәм 9 май – Еңеү көнө уңайынан төбәк халҡы быйыл 1, 2, 3, 4, 5 һәм 9, 10, 11, 12 майҙа ял итә. Шишәмбе, 30 апрелдә, һәм шаршамбы, 8 майҙа, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
«Алты көнлөк эш аҙнаһында 2019 йылдың 1, 3, 5 һәм 9, 12 майы ял көндәре булып иҫәпләнә. Шишәмбе, 30 апрелдә, һәм шаршамбы, 8 майҙа, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Байрамдарҙан һуң халыҡты 18, 19, 25 һәм 26 майҙағы ғәҙәти ял көндәре көтә.