Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Апрель 2019, 13:39

ДЕПУТАТ МЕНӘН КҮРЕШЕҮ

Ләүзә ауылындағы оло йәштәгеләр һәм инвалидтар йорт-интернатына эш сәфәре менән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты С. Туразянова һәм әүҙем йәмәғәтсе В. Заһиров килде.

С. Туразянова учреждение хеҙмәткәрҙәре һәм бында йәшәүселәр (йәмғеһе 23 кеше) менән танышты, ҡабул итеү уҙғарҙы. Бинаны ҡарап сығып, ул һәр ерҙә таҙалыҡ һәм тәртип һаҡланыуын билдәләп үтте.
Депутат әйтеүенсә, дөйөм алғанда, йорт-интернат бары тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдыра.
Шулай уҡ учреждениеға Түбәнге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе вәкилдәре килеп китте. Ауыл биләмәһе башлығы П. Руднев изге теләктәрен еткерҙе, ә ауыл мәҙәниәт йортоноң ижад коллективы концерт номерҙары менән шатландырҙы. Оло йәштәге тамашасылар, күңелле ял бүләк иткәндәре өсөн, ҡунаҡтарға сикһеҙ рәхмәтле булып ҡалды.
К. Фазылов, бүлексә мөдире.

Читайте нас: