Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Апрель 2019, 13:48

ҺИНЕҢ МЕНӘН ҒОРУРЛАНАБЫҘ,, БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘ!

Район мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы хөрмәтенә тантаналы сара ууҙғарылды. Ҡыйғыларҙы бер быуатлыҡ юбилей уңайынан район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары И. Мамаев, Дәүләт Думаһы депутаты И. Бикбаев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты С. Тууразянова, яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Р. Заһитов йылы тәбрикләне.

Алдағы 100 йыллыҡҡа беҙҙең республика, шул иҫәптән Ҡыйғы районы яңы бурыстар менән инә, тип билдәләп үтте улар. Тыуған төйәгебеҙҙе үҫтереүҙең иң ҡатмарлы мәсьәләләрен дә хәл итеү ҡулыбыҙҙан килерлек. Халыҡты эш менән тәьмин итеү, ауыл хужалығын үҫтереү, эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтеү, юлдар, тротуарҙар һалыу, территорияларҙы йәшелләндереү, ҡыҫҡаһы, Башҡортостан халҡының тормош шарттарын яҡшыртыу буйынса эш дауам итәсәк.
Район һәм республика үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт ветерандарына “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан” юбилей миҙалдарын тапшырыу тантаналы сараның кульминацияһы булып торҙо. Ошо юбилей миҙалдары менән бүләкләү йыл дауамында барасаҡ әле. Предприятие-ойошмаларҙың иң алдынғы хеҙмәткәрҙәре, әүҙем йәмәғәтселәр маҡтау ҡағыҙҙарына һәм рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Артабан үҙешмәкәр артистар һәм райондың ижад коллективтары әҙерләгән ҙур байрам концерты башланды.
Район мәҙәниәт йорто фойеһында райондың ҡаҙаныштары тураһында һөйләүсе махсус экспозиция урын алғайны. Тыуған яғыбыҙҙың бай тарихын сағылдырыусы фотоматериалдар, картиналар һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Килеүселәр БР- ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ф. Абсатаровтың фотокүргәҙмәһе менән танышты.
Байрам бер тында үтеп китте, һәр кемдә тик ыңғай тәьҫораттар, яңы ҡаҙаныштарға һәм уңыштарға дәрт- илһам ҡалдырҙы.
17 апрелдә Өфө ҡалаһында Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны сиктәрендә Ҡыйғы районының “Ҡыйғы яҡтары “ҡый” тиҙәр” презентацияһы үтәсәк.
Программала:
– райондың тарихын һәм социаль-иҡтисади ҡаҙаныштарын сағылдырыусы күргәҙмә;
– райондың ижад коллективтары ҡатнашлығында концерт программаһы.


С. Исмәғилева.

Читайте нас: