Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге начальнигы Э. Сабиров хоҡуҡ һаҡлау органдарының районға наркотиктар индереүҙе һәм таратыуҙы киҫәтеү буйынса эше тураһында һөйләне, муниципаль районда хоҡуҡ боҙоуҙары киҫәтеү эшенә анализ яһаны. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының ошо йүнәлештәге эше тураһында Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы баш табибы Р. Кәримов мәғлүмәт бирҙе.
Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәге Төньяҡ филиалы үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында наркоманияны киҫәтеү буйынса систематик эш алып бара. Мәғариф учреждениеларында лекциялар, әңгәмәләр, анкета һорауҙарына яуап биреү, фильмдар ҡарау ойошторола.
Ултырыш аҙағында көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса ярашлы ҡарарҙар ҡабул ителде, артабанғы эш планына төҙәтмәләр индерелде.