Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Апрель 2019, 16:40

ЯҘҒЫ САҠЫРЫУ КОМИССИЯҺЫ ЭШ БАШЛАНЫ

1 апрелдән муниципаль район хакимиәте башлығғы Ш. Мөхәмәтдинов етәкселеггендәгге саҡырыу комиссияһы үҙ эшен башланы.

Комиссия составы төбәк башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хәбировтың указы менән раҫланған. Ошо йылдың яҙында һәм йәйендә беҙҙең райондан 40 егетте хәрби частарға оҙатыу көтөлә. Буласаҡ яугирҙәрҙең әҙерлек кимәле яҡшы. ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе базаһында ВУС-837 буйынса 15 йәш белгес (“С” категориялы водителдәр) әҙерләнгән. МТ-ЛБ бронетранспортерына 15 механик- водителде әҙерләү дауам итә.
8 апрелдә Урындағы хәрби идара органдары көнө билдәләп үтелде. Ҡыйғы район хәрби комиссариаты Башҡорт АССР-ы хәрби комиссарының 1938 йылдың 3 авгусындағы 100-сө бойороғо нигеҙендә ойошторолған. Ошо йылдар эсендә беҙҙең хәрби комиссариат Ватанды һаҡлау эшенә тос өлөш индергән. Райондың урындағы үҙидара органдары менән һәр яҡлап хеҙмәттәшлек итеү һәр саҡ уңышлы эштең нигеҙе булып торҙо.
Бөгөн дә урындағы хәрби идара органы үҙенең мөһим бурыстарын уңышлы хәл итеүҙе дауам итә. Хәрби комиссариат ветерандарын һәм барлыҡ персоналын байрам уңайынан ҡайнар ҡотлайым. Хәрби әҙерлекте яҡшыртыуҙа, һөнәри оҫталыҡтарын күтәреүҙә уңыштар теләйем.


Н. Скурихин, Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондары буйынса хәрби комиссар.

Читайте нас: