Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Апрель 2019, 18:59
Башҡортостанда йәшәүселәрҙең почтала үҙҙәрен талпан ҡаҙалыуҙан страховкалау мөмкинлеге бар
Башҡортостанда йәшәүселәрҙең Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә үҙҙәрен һәм яҡындарын талпан ҡаҙалыуҙан страховкалау мөмкинлеге бар — унда «Талпанға ҡаршы» ирекле страховкалау программаһында теркәлергә була.
Башҡортостанда йәшәүселәрҙең Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә үҙҙәрен һәм яҡындарын талпан ҡаҙалыуҙан страховкалау мөмкинлеге бар — унда «Талпанға ҡаршы» ирекле страховкалау программаһында теркәлергә була. Талпан тешләгән осраҡта, страховкаланған кешегә бөтә Рәсәй биләмәһендә квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелә.
Программа амбулатор-поликлиника ярҙамын алырға, талпан энцефалиты менән сирләп киткән осраҡта ашығыс рәүештә дауаханаға ятырға, шулай уҡ 500 мең һумға тиклем дауаланырға мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә ярҙам һорап күпме кәрәк, шунса тапҡыр, страховка аҡсаһы бөткәнсе мөрәжәғәт итергә була. Яңы тыуған сабыйҙы ла, оло йәштәге кешене лә страховкаларға мөмкин.
Полисты почта бүлексәһе операторҙары, шулай уҡ өйҙә почтальондар тултыра.
1 апрелгә ҡарата, Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә һәм уның филиалдарына ете кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән. Лабораторияларҙа талпандарҙың энцефалит һәм боррелиоз менән зарарланғанмы, юҡмы икәнен тикшерәләр.
Талпандан нисек һаҡланыу тураһында «Башинформ» агентлығы
материалында
уҡығыҙ.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде