Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Апрель 2019, 19:05

Өфөлә Ғашиҡтар аллеяһы булдырыла

15 апрелдә Өфөлә (Салауат Юлаев урамы,1) Ғашиҡтар аллеяһы өсөн тәүге ағастар ултыртыла. Акцияның инициаторҙары — «Йәш гвардия»ның төбәк бүлексәһе һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы.

15 апрелдә Өфөлә (Салауат Юлаев урамы,1) Ғашиҡтар аллеяһы өсөн тәүге ағастар ултыртыла. Акцияның инициаторҙары — «Йәш гвардия»ның төбәк бүлексәһе һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы.
Биләмә ғашиҡ парҙарҙың яратҡан урынына әйләнер тип көтөлә.
Ойоштороусылар өфөләрҙе майҙансыҡты биҙәүҙә һәм ағас ултыртыуҙа ҡатнашырға саҡыра. «Ғашиҡтар аллеяһы» билдәһе менән ландшафт дизайны макетын [email protected] почтаһына ебәрергә мөмкин.
Сәғәт 11-ҙә башлана.
Бынан алда «Башинформ» быйыл Башҡортостанда 57 тематик аллеяны төҙөкләндереү, 17 мең эре ағас һәм 4 мең ҡыуаҡлыҡ ултыртыу күҙалланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
Читайте нас: