«Бөгөн һәр кем туған телендә белем алырға хоҡуҡлы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туған телендә уҡырға һәм уны өйрәнергә теләүселәр кәмей. 2024 йылға башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен тәрәнерәк өйрәнеү өсөн Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа, Күмертауҙа, Ишембайҙа, Туймазыла, Дүртөйлөлә, Дыуан, Белорет һәм Әбйәлил райондарында 12 лингвистик гимназия асырға тәҡдим итәм. Шулай уҡ көнсығыш һәм башҡа телдәрҙе лә өйрәнергә мөмкин булыр ине. Уларға «Йондоҙ», «Аҡбуҙат», «Салауат» йәки күренекле тел, әҙәбиәт белгестәре Жәлил Кейекбаев, Зиннур Ураҡсин, Ҡасим Әхмәров, Закир Шакиров, Николай Дмитриевтың һәм башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, фән донъяһына уның ҡаҙаныштарын асҡан башҡа ғалимдарҙың исемдәрен бирергә мөмкин. Әйҙәгеҙ, бергәләп уйлашайыҡ, коллегалар!», — тине Айбулат Хажин.