Күмертау ҡала дауаханаһы поликлиникаһында 1 апрелдән Онкология амбулатор ярҙамы үҙәге эшләй башланы. Онкология амбулатор ярҙамы үҙәгендә онкологтар, рентгенологтар, паллиатив ярҙам табибы, уролог ҡабул итә, рентген кабинеты, УЗИ, ФЭГДС, маммография кабинеттары бар. Көндөҙгө стационарҙа пациенттар белгестәр күҙәтеүе аҫтында дарыу терапияһын аласаҡ.
Онкология үҙәктәре селтәрен булдырыу — «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сараларының береһе. Ағымдағы йылда Нефтекамала һәм Октябрьскийҙа ла онкология үҙәктәре асыла, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.