-13 °С
Болотло
«Белгестәр алкоголле продукцияның сифатын тикшерә һәм тейешле баһалар бирә. Уларға Урал аръяғы мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында һәм дауаханаларында туҡланыу сифатын тикшереү йөкмәтелгән», — тип хәбәр итте Башҡортостан Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Нина Никандрова.
«Киләсәктә бүлексәне ҡорамалдар менән йыһазландырыу күҙаллана, ул саҡта лаборатория спиртлы эсемлектәрҙе тикшереү буйынса үҙаллы эшләй башлар, — тип өҫтәне Азат Асҡаров. — Законһыҙ әйләнештән алынған спиртлы продукцияны һайлап алыу махсус төҙөлгән графикка ярашлы үткәрелергә һәм Урал аръяғы биләмәһен үҙ эсенә алырға тейеш. Тикшереүгә тәүге өлгөләр килә башланы ла инде».