Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Апрель 2019, 19:32

Өфөгә Ирина Слуцкая етәкселегендәге «Изгелек поезы» килде

Өфө «Изгелек поезы» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Иртәнге сәғәт 8-ҙә баш ҡалабыҙҙың тимер юл вокзалында республика Спорт министрлығының ҙур делегацияһы һәм ирекмәндәр Ирекле физкультура союзы етәксеһе, донъя һәм Европа чемпионы, олимпия призеры, Мәскәү өлкә думаһының һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт мәсьәләләре буйынса комитеты башлығы урынбаҫары Ирина Слуцкая етәкселегендәге поездың пассажирҙарын ҡаршы алды.

Поездан сыҡҡас, Ирина Слуцкая Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимовтан сәскәләр алды һәм сәк-сәктән, ҡымыҙҙан ауыҙ итте, шулай уҡ теләгән һәр кемде милли тәм-том менән һыйлауҙарын һораны.
«Изгелек поезы» делегацияһы көнө буйы Өфөлә була. Акция программаһында «Минең уңышым тарихы» сикһеҙ мөмкинлектәр форумы, Рәсәй һәм сит етештереүселәренең ҡаҙаныштар күргәҙмәһе, «Атла, Рәсәй!» сәләмәтлек һәм скандинавса йөрөү фестивале, коррекция мәктәп-интернатына барыу, түңәрәк өҫтәл һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Белешмә
«Изгелек поезы» бөтә Рәсәй акцияһы физик һәм интеллектуаль үҫеш йәһәтенән үҙенсәлекле кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Тимер юл турының маршруты: Мәскәү — Тамбов — Пенза — Өфө — Силәбе — Омск — Төмән — Пермь — Киров — Түбәнге Новгород — Мәскәү.
Читайте нас: