Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Апрель 2019, 19:14

РАДИЙ ХӘБИРОВ БЕҘҘЕҢ РАЙОНҒА КИЛДЕ

Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хәбиров эш сәфәре менән беҙҙең районда булып китте. Ул сәфәр барышында социаль учреждениеларҙа, Микрорайондағы күп фатирлы йорттар ихаталарында булды, төҙөкләндереү проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты.

Төбәк етәксеһе үҙәк район дауаханаһында поликлиника һәм хирургия корпусының эше менән танышты, медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылыу, кадрҙар менән тәьмин ителеш мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды, бысраҡ һыуҙарҙы сығарыу системаһы булмауы мәсьәләһен тикшерҙе. Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, бысраҡ һыуҙарҙы сығарыу системаһын үҙгәртеп ҡороу буйынса проект әҙерләүгә төбәк бюджетынан 2 миллион һум аҡса бүленгән.
Капиталь ремонт талап ителгән Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе бинаһында булғандан һуң Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы бинаны ремонтлауға тейешле аҡса бүлергә хәл итте. Проект документацияһына ярашлы быға 17,8 миллион һум аҡса талап ителә.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто менән Балалар сәнғәт мәктәбе оҙаҡламай яңы бинала урынлашасаҡ. Төҙөлөш өсөн инженер селтәрҙәре булған ер участкаһы һайлап алынған. Радий Хәбиров, төҙөлөш-монтаж эштәрен башлап ебәреү өсөн, проект документацияһын әҙерләргә ҡушты. Шулай уҡ республика етәксеһе яңы төҙөлөп ятҡан микрорайондарҙың инфраструктураһы, уларҙы газ, һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды, “Ҡала мөхите” партия проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән ял һәм мәҙәниәт паркының торошо менән танышты.
Түбәнге Ҡыйғы ауылында Р. Хәбиров авария хәлендәге мәҙәниәт йортоноң ағас бинаһын ҡарап сыҡты. Әлеге ваҡытта яңы клуб төҙөүгә проект-смета документацияһы әҙерләнгән. Төҙөлөштөң хаҡы 41 миллион һум тәшкил итә. Эштәр Республиканың адреслы инвестиция программаһы иҫәбенә башҡарыласаҡ. Объектты төҙөү эштәре яҡын айҙарҙа башланасаҡ.
Артабан ул урындағы дауалау амбулаторияһы стационарын һәм кабинеттарын, яңы ашығыс ярҙам машинаһын ҡараны, персонал һәм пациенттар менән аралашты, табип һәм фельдшерҙарға ярҙам итеү мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды. Төбәк етәксеһе БР Хөкүмәтенә амбулаторияны яңыртып ҡороу мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Ошо уҡ көндө “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракциялары етәкселәренең күсмә ултырышы үтте. Семинар барышында БР Дәүләт Йыйылышынан һәм муниципалитеттарҙан коллега- лар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты. Артабан “Берҙәм Рәсәй” партияһынан Башҡортостан башлығын һайлауға сығыу өсөн алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусы кандидаттар менән осрашыу үтте. Шулай уҡ партияның тәүге һәм урындағы бүлексәләре секретарҙары менән осрашыу булды.
Республика башлығы шулай уҡ Башҡортостандың төньяҡ- көнсығыш төбәге райондары ауыл биләмәләре башлыҡтары менән территорияларҙы үҫтереүҙә мөһим булып торған мәсьәләләр буйынса үткәрелгән семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты. Семинар сиктәрендә ”Ауыл советтары манифесын әҙерләү буйынса мейе һөжүме” проект сессияһы үтте.


С. Исмәғилева әҙерләне.

Читайте нас: