Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Апрель 2019, 19:22

“ТЫУҒАН ЯҒЫБЫҘ – БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘРҘӘ”

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармо нияһы сәхнәһендә республиканың 100 йыллығына арналған “Башҡортостан тарихы биттәре” БР муниципаль райондары республика фестиваль - марафоны сиктәрендә “Ҡыйғы яҡтары “ҡый” тиҙәр” концерт- презентацияһы үтте.

Сара башланғансы тамаша-сылар залы шығырым тулы ине. Ҡунаҡтар сифатында БР мәҙәниәт министры урынбаҫары А. Хәсәнова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты С. Турязанова, Федоровка районы хакимиәте башлығы В. Насретдинов, райондан сыҡҡан билдәле шәхестәр – ғалимдар, яҙыусылар, журналистар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, уҡыу йорттары студенттары, уҡытыусылар килгәйне. Презентация программаһы район тарихын, ауыл хеҙмәтсәндәре хәтирәләрен һәм сағыу музыкаль номерҙарҙы үҙ эсенә алды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағы хеҙмәт, фронтовиктарҙың героизмы тураһында сюжет тамашасылар күңеленә үтеп инде. Тамашасылар байрам, берҙәмлек һәм дуҫлыҡ мөхитенә сумды, сараны уҙғарыуға тырышлыҡ һалыусыларҙың барыһына ла рәхмәтле булып ҡалды. Декоратив-ҡулланма сәнғәт, художестволы ижад, төрлө өлкәләрҙәге ҡаҙаныштар күргәҙмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов залда йыйылған барлыҡ яҡташтарыбыҙҙы ҡайнар сәләмләне. “Беҙҙең еребеҙ элек- электән гүзәл тәбиғәте, талантлы, эшһөйәр кешеләре менән дан тота. Ҡәҙерле яҡташтарыбыҙ, концертҡа килгәнегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Ошо сәхнәлә сығыш яһаған һәр муниципалитет республикабыҙҙа дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыуға тос өлөш индерә,” – тип билдәләне ул һәм республика фестиваль-марафоны штандарты менән иҫтәлекле бүләкте Федоровка районы вәкилдәренә тапшырҙы.


С. Исмәғилева. Автор фотоһы.

Читайте нас: