Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Апрель 2019, 19:36

Өфөлә «Торналар» фонтанын реконструкциялау проектын тикшерәләр

Өфөләр менән «Торналар» фонтанын реконструкциялау проектын тикшерәләр. 25 апрелдә урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 7-се яртыла баш ҡаланың Орджоникидзе районы хакимиәтендә фонтандың проекты йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарыла.

План буйынса, 2008 йылда уҡ яһалма һыу объектын реконструкцияларға һәм өс ҡатлы ресторан төҙөргә тейештәр ине. Ләкин төҙөлөш законһыҙ тип танылды. Ул саҡта фонтанға таҙартыу ҡоролмалары һәм яҡтыртҡыстар ҡуйыу күҙ уңында тотолғайны.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡала мәҙәниәт һарайы янындағы фонтанды тәртипкә килтерергә ҡушты.
Читайте нас: