– Балаларыбыҙ күптәнән үҫеп етте, уларҙан һуң һәр төрлө кейем-һалым, уйынсыҡтар, балалар өсөн йыһаздар тороп ҡалды. Барыһы ла ҡулланыуға яраҡлы, ҡайһы бер кейемдәр ниндәйҙер байрамда бер генә тапҡыр кейелгән. Тороштары ярайһы уҡ яҡшы булғас, сығарып ташларға йәл, бәлки, кемгәлер улар кәрәктер. Әйтегеҙ әле, Үрге Ҡыйғы ауылында комиссион магазин юҡмы? – тип ҡыҙыҡһы бер гәзит уҡыусыбыҙ.
Әйтергә кәрәк, бындай һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе педагогия хеҙмәте ветераны Фаил Зөфәр улы Әхмәтов та был турала күптән уйлана һәм ауыл халҡына ярҙам итеү теләге менән комиссион магазин асырға ҡарар итә. “Беҙ был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә теләйбеҙ. Кәштәләрҙә туҙан йыйып ятмайынса, яңынан ҡулланыуҙа булһындар өсөн, һатыуға төрлө әйберҙәр ҡабул итәбеҙ. Халыҡ үҙ йорттарын ҡулланылмаған әйберҙәрҙән азат итеп, телевизорҙар, телефондар, йорт йыһаздары, инструменттар килтерә, яҡшы китаптар күп, спорт, хужалыҡ ҡорамалдары һәм башҡа кәрәк- яраҡтар бар. Миңә 8-937-168-38-22, 8- 917-443-33-14, 8-919-615-55-56 телефон һандары аша шылтырата алаһығыҙ,” – тине Ф. Әхмәтов.