Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты башлығы Фәрит Ғүмәров һүҙҙәренсә, Ишембай районының
Петровский ауылында участка дауаханаһы амбулаторияһы бигерәк тә ныҡ зыян күргән. Бында 90 квадрат метр майҙанда профнастил ҡыйыҡ өлөшләтә емерелгән. Ғафури районының Антоновка ауылында Красноусол үҙәк район дауаханаһының фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡыйығы өлөшләтә зыян күргән. Әлшәй районының Раевка ауылында юл машина станцияһында емерелектәр бар, Стәрлетамаҡта тимер юл вокзалының ҡыйығы өлөшләтә емерелгән. Благовар районының Болошло ауылында майҙаны 150 квадроат метрлыҡ өй зыян күргән.