Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Апрель 2019, 19:43

ТЕРЕ ТАРИХ: ВЕТЕРАН МЕНӘН ӘҢГӘМӘ

Өлкән класс уҡыусылары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары “Еңеү тарихы” республика акцияһында ҡатнаша: һуғыш ветерандары менән осраша һәм видеоинтервью яһай. Был акция Тыуған илебеҙ тарихында фашизмды еңеүселәрҙең тере тауыштарын һаҡлап ҡалыу маҡсатында уҙғарыла.

Туғыҙлы ауылында бөгөн бер һуғыш ветераны йәшәй, ул – Ғирфанов Меңйәшәр Борхан улы. Мәктәп уҡыусылары Р. Хәбибйәнов менән А. Сафина етәкселегендә фронтовиктың өйөнә барҙы, сәскә һәм бүләктәр тапшырҙы, йорт ҡапҡаһына һуғышта ҡатнашыусы билдәһен ҡуйҙы.
Йортта беҙҙе ветерандың улы Рафиҡ Меңйәшәр улы ҡаршы алды. Әйткәндәй, барлыҡ 8 балаһы ла алмашлап ҡайтып тора, аталарына ярҙам һәм хәстәрлек күрһәтә. Уҡыусылар Еңеү һалдаты менән йәнле һәм ҡыҙыҡлы һөйләшеү алып барҙы. Ул һуғышҡа тиклемге йылдар, һуғыш осоро, артабанғы тыныс тормош, халыҡ хужалығын тергеҙеү тураһында һөйләне. Барлыҡ сара видеоға төшөрөлдө. Беҙ, ярҙам күрһәткәндәре өсөн, мәктәбебеҙҙең сығарылыш уҡыусылары Альберт һәм Радмир Ишбулдиндарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Осрашыуҙан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Видеоинтервьюны беҙ конкурсҡа республика комиссияһына ебәрҙек.
Р. Хәбибйәнов, Туғыҙлы ауылы төп дөйөм белем биреү мәкттәбе тарих уҡытыусыһы.

Читайте нас: