Мин шул хеҙмәт кешеләренең береһе булған ҡарт өләсәйем Ғарипова Миңлеяза Шакир ҡыҙының яҙмышы хаҡында һөйләргә теләйем. Уны, һуғыш тамамланыу менән тип әйтерлек, 1947 йылда “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы маҡтаулы хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр. Колхозсыларға бындай мәртәбәле награда, колхозда ҡаралған хеҙмәт көнөн арттырып һәм эш дисциплинаһын тулыһынса үтәгән осраҡта ғына тапшырыла. Һуғыш йылдарында ҡарт өләсәйем башҡа тыл эшсәндәре менән бергә ил ғәскәрҙәрен аҙыҡ- түлек менән тәьмин итеү буйынса ҡатмарлы һәм яуаплы бурысты башҡара.
Ҡарт өләсәйем ХХ быуаттың башында донъяға килә, өс йәшендә ағаһы менән, ата-әсәләрен юғалтып, етем ҡалалар. 1921 йылдағы аслыҡ берҙән-бер ағаһынан да яҙҙыра. Ун өс йәшлек ҡыҙ бала бар ҡайғылары менән донъяла япа-яңғыҙ ҡала. Әммә ерҙә изге кешеләр табыла, уны хәлле генә ғаилә тәрбиәгә ала һәм үҙ балаларылай күреп ҡарай. Өләсәйем, ғаиләнең бар ағзалары кеүек, йәй бесән әҙерләй, йәшелсә утай, көҙ ураҡта ҡатнаша, көтөү көтә, аш-һыу әҙерләргә, хужалыҡ алып барырға өйрәнеп үҫә. Ауылдашына тормошҡа сыға, әммә 24 йәшендә кескәй генә сабыйы менән тол ҡала. Ике йыл үтеүгә беҙҙең олатайыбыҙ Ғарипов Нурулла Ғарип улына кейәүгә сыға. Матур итеп йәшәп алып китәләр, олатайым бар эшкә лә оҫта була, ғаилә нужа күрмәй, етеш кенә донъя көтә, балалар үҫтерә.
Әммә 1941 йылда, оло илдең башҡа төбәктәрендә йәшәгән ғаиләләрҙең тыныс һәм үҙ яйына барған тормошо юҡҡа сыҡҡан кеүек, башҡорт ауылындағы тормош та ҡыйрала. Ҡарт олатайымды Ҡыҙыл Армия сафына саҡыралар, ул 112- се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалерисы булып фронтҡа оҙатыла. Туғандары унан өс кенә хат алып өлгөрә, 1942 йылдың июнь айында, хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡайғылы хәбәр килә.
Ҡарт өләсәйем алһыҙ- ялһыҙ бер нисә эште башҡара, мәктәптә йыйыштырыусы була, көндөҙ башҡа ауыл ҡатындары менән бер рәттән яланда эшләһә, төндәрен колхоз хеҙмәтсәндәре өсөн икмәк бешерә. Әгәр иртәнге алтыла мейестән тәүге һалған икмәген алһа, сәғәт етегә мәктәпте яғып йылытырға, бер километр алыҫлыҡта булған йылғанан һыу ташып ҡуйырға һәм йыйыштырырға ашыға Сәғәт туғыҙынсы яртыла ауылдаштары менән яланға юллана (яҙын – сәсеүгә, йәй көнө – утауға, бесәнгә, көҙ – уңыш йыйырға). Бәлә яңғыҙы ғына йөрөмәй, тиҙәр, кесе улы сирләп китеп вафат була. Бар тырышлығын һалып, башҡа балаларын сирҙән һаҡлап алып ҡала.
Бар халыҡ кеүек, ҡарт өләсәйем дә Еңеүгә ышанып йәшәй. Ауылдаштары менән бергә йөн ойоҡбаштар бәйләйҙәр, сохарый киптерәләр һәм фронтҡа посылка һалалар. Ниһайәт, һуғыш тамамланып, һалдаттар әйләнеп ҡайта башлай. Ҡарт өләсәйем дә, иренең үлем хәбәрен алмағас, уның һәләк булыуына ышанырға теләмәй. Ғүмеренең аҙағына тиклем, мөғжизә булыр ҙа, бына бер көн ҡайтып килер, тип ышанып көтә. Бар ғүмерең буйы һөйгән кешеңде көтөп йәшәүҙең ниндәй ауыр булыуын күҙ алдына килтерә алыусылар һирәктер ул.
Миңлеяза өләсәйем балаларын, ейәндәрен һәм бүләләрен үҫтереште, тыуаһын күреү бәхетенә лә иреште. Уны ауылдаштары яратты һәм хөрмәт итте. Мин уның бүләһе булыуым менән ғорурланам, беҙ уны бик йыш хәтергә алабыҙ һәм бер ҡайсан да онотмаясаҡбыҙ.