Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Май 2019, 16:50

БЕҘҘЕҢ ҠЫҘҘАР ҺУҒЫШТА

Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле ваҡиғалары тарих төпкөлөнәалыҫлаша бара. Ләкин фронтовикттарҙың йөҙҙәре, иҫтәлектәребеҙҙең хәтеребеҙҙән һис юйылмаясаҡ. Ир-егеттәр менән беррәттән ҡыҙҙар ҙа, ҡулдарына ҡорал алып, һуғышҡа китә. Ләүзәауыл Советынан күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар төрлө фронттарҙа алыша.Ләүзә урта мәктәбендәге музейҙа уларҙың хәтирәләре ҡәҙерләпһаҡлана.

“ЯРАЛЫ ҺАЛДАТТАРҘЫҢ ЫҢҒЫРАШЫУЫ ӘЛЕ ЛӘ ҠОЛАҠТА СЫҢЛАЙ…”
Һуғышта ҡатнашҡан шәфҡәт туташы, запастағы кесе лейтенант Елизавета Михайловна Васильев- наның хәтирәләренән: “Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда мин Красноводск ҡалаһында дарыухана мөдире булып эшләп йөрөй инем. Дарыухана бинаһында госпиталь астылар һәм беҙ унда эшләй башланыҡ. Мин шәфҡәт туташы булдым. Тәүлегенә 20-шәр сәғәт аяҡ өҫтө йөрөргә, ҡайһы саҡ ал-ял белмәйенсә яралыларҙы ҡабул итергә тура килде. Бөтә персонал: табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла аяҡтан йығылғансы эшләне. Ҡайһы берәүҙәр аяҡ өҫтө йоҡлап китә торғайны, ләкин туҡтарға ярамай, хәлдән килгәнсә ярҙам күрһәтергә кәрәк ине. Ҡайһы саҡ арып-талып сменанан ҡайтаһың, йоҡлап алырға кәрәк, ә ятҡас та күҙгә йоҡо инмәй, ҡолаҡта яралыларҙың ҡысҡырыуы һәм ыңғырашыуы яңғырағандай… Бер ни тиклем ваҡыттан мине радисткаға уҡырға ебәрҙеләр, курс үткәс, хәрби карапта радистка булдым, бер үк ваҡытта шәфҡәт туташы ролен үтәнем. Һуғыштан һуң дарыуханала эшләнем. Һуғыш тамамланыуына бына ярты быуат үтте, ә ундағы хәл-ваҡиғаларҙы ғүмерем аҙағынаса онотмаясаҡмын. Йыш ҡына төндәрен күҙ алдыма шул госпиталдәге күренештәр ап-асыҡ килеп баҫа. Йәш кенә егеттәр ярҙамға мохтаж хәлдә табиптар ҡулына һалынып төшкән, ә ҡайһы берҙәренең сәстәре лә инде салланырға өлгөргән… Бер егет хәтеремә мәңгелеккә уйылып ҡалған (уны кесе улыма оҡшатам, бәлки, йылдар үтеү менән ошолай тойолалыр): уны госпиталгә индерәләр, ә башы муйынына саҡ эләгеп тора, ҡанға батҡан… Һәр әсәнең улы уның урынында булырға мөмкин бит! Ҡайһы саҡ беҙ тормоштоң насар булыуына зарланабыҙ. Минеңсә, иң ҙур байлығыбыҙ – һуғыш күрмәйенсә йәшәүебеҙ, балаларыбыҙҙың бындай мәшхәрҙе кинола ғына күреүе. Минең иң ҙур теләгем – беҙҙең киләсәк быуындар бер ҡасан да беҙ күргәндәрҙе күрмәһен!”

МАНЬЧЖУРИЯ ҺӘМ КОРЕЯ ЕРҘӘРЕНДӘ

Мария Игнатьевна Гордееваның (Храмцова) һөйләгәндәрен П. Шастина яҙып алған. Мария Игнатьевна Гордеева 1923 йылда Ләүзә ауылында донъяға килә. Ләүзә урта мәктәбендә белем ала. 1938 йылдан башлап армияға тиклем хат ташыусы булып эшләй. 1942 йылдың июнендә доброволец булып Ҡыҙыл Армияға китә. Мария Игнатьевна Алыҫ Көнсығышта 9-сы һауа армияһында самолеттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса кесе белгес булып хеҙмәт итә. Шоферҙар курсын тамамлай. 1945 йылдың 9 авгусына ҡарата төндә өс фронттың алғы батальондары дошман территорияһына уҡтала. Баш командование штабы Чита эргәһендә була. 14 августа Япония хөкүмәте капитуляция тураһында ҡарар ҡабул итә. Ләкин Квантун армияһы ғәскәрҙәре алышты дауам итә. Беренсе Алыҫ Көнсығыш фронты ғәскәрҙәре һөжүмде туҡтатмай. Был алыштарҙа Квантун армияһы 400 меңдән ашыу һалдатын һәм офицерын юғалта. Кореяны азат итеү буйынса хәрби хәрәкәттәр уңышлы бара. СССР Ҡораллы Көстәренең Алыҫ Көнсығыштағы хәрби кампанияһы еңеү менән тамамлана. Уның һөҙөмтәһен баһалап бөтөрлөк түгел. Дошмандың удар көстәре ҡыйратыла. Алыҫ Көнсығыштағы һуғыш тамамлана. Хәрби частар Кореяға күсерелә. Мария Игнатьевна Гордеева 1945 йылдың 28 ноябрендә Кореянан демобилизациялана. Ҡыйыу яҡташыбыҙ “Японияны еңгән өсөн”, “Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” һәм юбилей, шулай уҡ “Хеҙмәт ветераны”, “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы маҡтаулы хеҙмәт өсөн” миҙалдарына лайыҡ була. 1980 йылда “Еңеү значогы” менән бүләкләнә.
ҠЫЙЫУ ШӘФҠӘТ ТУТАШЫ

Мария Егоровна Седых 1925 йылда Алтайҙа донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, шәфҡәт туташтары курсында уҡый. Фронтҡа үҙ теләге менән 1944 йылда китә. 1944 йылдың авгусынан 1945 йылдың ғинуарынаса Белоруссияның Пинск ҡалаһы санинструкторҙар әҙерләү мәктәбе курсанты була. Артабан 206-сы Көнбайыш уҡсылар полкына санинструктор итеп ебәрелә. 1945 йылдың февралендә 291-се айырым истребителдәр батальоны 413-сө уҡсылар дивизияһы медик-санитар батальонына күсерелә. 1945 йылдың майынан сентябренәсә санитар инструктор булып хеҙмәт итә. “Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” һәм башҡа бик күп юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансы Ләүзә участка дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй.


Л. Козлова. Ләүзә ауылы. Фотолар мәктәп музейынан.

Читайте нас: