Мәғариф бүлеге начальнигы И. Һа- ҙыев етәкселегендәге жюри конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Гран-приҙы Мәсәғүт ауылы лицейы 7-се класс уҡыусыһы Мортазин Аҡназар яуланы.
Р. Сафиндың шиғырҙарын яттан уҡыу номинацияһында 5–7 кластар уҡыусылары араһында призлы урындар ошолай бүленде: 1-се урын – Д. Миннибаев (2-се һанлы Үрге Ҡыйғы урта мәктәбе), 2-се урын – Н. Шәмсетдинова (Салауат районы Әлкә ауылы урта мәктәбе), 3-сө урын – Я. Ураҙгилдина (Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы).
8–11 кластар уҡыусылары араһында: 1-се урын – А. Мөхәмәтдинова (2-се һанлы Үрге Ҡыйғы урта мәктәбе), 2-се урын – Э. Баһауетдинов (Салауат районы Әлкә ауылы урта мәктәбе), 3-сө урын – Ф. Баһауетдинов (Солтан ауылы мәктәбе), А. Латипов (Ибрай ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе).
“Шағирҙың тормош юлы һәм ижады буйынса викторина” конкурсында 1-се урынды – Н. Шәрәфетдинова (Йыланлы ауылы урта мәктәбе), 2-се урынды – Р. Мурзина (Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы), 3-сө урынды Л. Нуретдинова (Мәсетле районы Әбдрәхим ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе) яуланы.
“Р. Сафин – драматург” конкурсында 8 театр төркөмө ҡатнашты. 1-се урынды – Түбәнге Ҡыйғы ауылы урта мәктәбе, 2-се урынды – Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылы гимназияһы, 3-сө урынды – Балаҡатай районы Урғалы ауылы урта мәктәбе коллективтары яуланы. “Артистизм” номинацияһында – Ф. Әхмәҙуллин (Йыланлы ауылы урта мәктәбе), “Ижади ҡараш” номинацияһында – А. Нухов (Оло Ыҡтамаҡ ауылы гимназияһы), “Сәхнә оҫталығы” номинацияһында – Г. Йәрмөхәмәтова (Дыуан районы Иҫке Хәлил төп дөйөм белем биреү мәктәбе), “Өмөт” номинацияһында Р. Зө- бәйерова (Йыланлы ауылы урта мәктәбе) еңеп сыҡты. Балаларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. “Ҡыйғы туҡланыу комбинаты” ЯСЙ-һы (етәксеһе Р. Ғәлиуллин) спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтте.
Конкурс юғары кимәлдә үтте. Ҡыйғы районы Йыланлы ауылы урта мәктәбе уҡыусылары һәм коллективы конкурста ҡатнашыусыларҙы йылы ҡаршы алды. Улар күңелле концерт номерҙары һәм Р. Сафиндың бала сағын сағылдырған театрлаштылған тамаша әҙерләгәйне. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре И. Шакироваға һәм Г. Шәрәфетдиноваға, өҫтәмә белем биреү педагогы А. Кашаповаға айырыуса рәхмәт белдерге килә.
Беҙ яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уның ижадын хөрмәт итәбеҙ. “Ыласынташ бөркөтө” төбәк конкурсына ҡарата йыл һайын ҡыҙыҡһыныу арта барыуы беҙҙе айырыуса ҡыуандыра.