Несмеянов Иван Николаевич Ләүзә ауылында донъяға килә. Урындағы мәктәптә ете класс тамамлай. Армияға тиклем өс йыл колхозда эшләй. Башҡалар менән бер рәттән уға ла ат менән ер һөрөргә, тырматырға, бесән әҙерләргә һәм ташырға тура килә.
“1939 йылдың 10 сентябрендә мине хәрби хеҙмәткә алдылар һәм Алыҫ Көнсығыштың Куйбышев (хәҙер Белогорск) ҡалаһына оҙаттылар. Унда санинструкторҙар мәктәбендә уҡыным һәм һуңынан Свободный ҡалаһында практика үттем.
1942 йылдың көҙөндә был ҡалала хәрби күнекмәләр барҙы. Ел, һалҡын, туҡтамаҫ көҙгө ямғырҙар… Бер полк ҡурғауылда. Беҙ дислокацияла булған Свободный ҡалаһынан 25–30 саҡрым барырға кәрәк ине. Палаткаларҙа урынлаштыҡ. Төнө буйы ҡойма ямғыр аҫтында йәйәү барҙыҡ. Иртән күнекмәләр башланды, улар уңышлы үтте.
Практика тамамланғас, мине ике иптәшем менән Сахалин утрауына – Охотск диңгеҙе ярында урынлашҡан Ахаста ҡалаһына оҙаттылар. Хабаровскиға тиклем тимер юл менән барҙыҡ, һуңынан Амур йылғаһы буйлап бухтаға тиклем карапта килдек. Беҙҙең менән граждандар кейемендәге, яңы армия сафына саҡырылған 25 егет бар ине, беҙҙе лә уларға ҡуштылар. Уларҙы политрук оҙата килде. Александровскиҙа уларҙы алып ҡалдылар , ә беҙ Татарский боғаҙы буйлап төньяҡҡа Аха ҡалаһына йүнәлдек. Һуңынан беҙҙе частарға, батальондарға, артабан бригадаларға бүлделәр.
Мин килеү менән туҡталған ротала хеҙмәт иттем. Армияла медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәй ине. Беҙҙең бер табип һәм ике фельдшер бар ине. Ул ваҡытта ла репрессиялар һирәк күренеш булманы. Яҡшы табип В. Нимирҙы бер ниндәй судһыҙ һәм тикшереүһеҙ төндә КГБ хеҙмәткәрҙәре алып сығып китте. Иртән торһаҡ, ишек-тәҙрәләр асыҡ, альбом, китап, фотоһүрәттәр, журналдар елгә туҙып ята… Ул ваҡытта миңә 19 йәш ине. Беҙгә икенсе табип Равченко килде. Уның менән мин 1945 йылға тиклем хеҙмәт иттем. Төньяҡтан хәрбиҙәрҙе Көнсығышҡа алып килгәйнеләр, Япония менән һуғыш бара ине. 1945 йылдың 3 сентябрендә Японияға ҡаршы һуғыш тамамланды. 1946 йылдың июль айында мин демобилизацияландым, барыһы 7 йыл хеҙмәт иттем”, – тип үҙ иҫтәлектәре менән бүлеште ветеран.
Күрһәтелгән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн И. Несмеянов II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Жуков миҙалы менән бүләкләнгән. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, Иван Николаевич һуғыш ваҡытында ҡыйралған халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға тотона, совхозда эшләй. Тормош иптәше Мария Васильевна менән балалар үҫтерә. …
Мин был оло кешене тыңлағанда, уның тормошҡа зарланмауына, бары тик ваҡиғаларҙы тасуирлауына иғтибар иттем. Тарих, география фәндәре буйынса уҡыу әсбаптарынан илебеҙ тарихы реаль образдар менән күҙ алдыма килеп баҫты.
Күпме ошондай “ябай” санинструкторҙар, ҡанлы һуғыш яландарында булмаһалар ҙа, илебеҙҙе уның иң алыҫ нөктәләрендә һаҡлаған. Колхоздарҙы, һуғыштан һуң емерек хәлдә булған илде күтәргән. Һәм мин бер нимәне үҙем өсөн яҡшы төшөндөм – тап бына ошо ысын батырлыҡ булалыр ул. Үҙең өсөн генә түгел, башҡалар хаҡына уҡырға, эшләргә һәм йәшәргә, яҡты киләсәккә ынтылырға. Үҙемдең тап ошондай кеше менән әңгәмәләшә алыуыма сикһеҙ шатмын.