Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Май 2019, 17:24

Онлайн-кассалар. Кемдәргә реформа ҡағылмай?

2017 йылдың июленән башлап барлыҡ эре бизнес ваҡлап һатыуҙар өлкәһендә, шулай уҡ һалым һалыуҙың дөйөм йә иһә ябайлаштырылған системаһы буйынса отчет биреүсе, ваҡлап һатыуҙы бойомға ашырыусы түләүселәр яңы онлайн- кассаларҙы файҙалана башланы.

2018 йылдың июленән иһә контроль-касса техникаһын ҡулланыуҙың яңы тәртибенә ойошмалар, хеҙмәткәрҙәре булған эшҡыуарҙар, шул иҫәптән дөйөм туҡланыу өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмалар һәм эшҡыуарҙар, иҫәпләнгән килемгә берҙәм һалым һәм патент системаһы буйынса һалым түләүселәр, сауҙа автоматтары ярҙамында сауҙа итеүсе субъекттар күсте.
Реформаның артабанғы этабында контроль-касса техникаһын (ККТ) ҡулланыуҙың яңы тәртибенә (2019 йылдың 1 июленән башлап) ваҡлап һатыуҙы бойомға ашырыусы, дөйөм туҡланыу өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеүсе һәм ялланма хеҙмәткәрҙәре булмаған шәхси эшҡыуарҙар, халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмалар һәм эшҡыуарҙар, торлаҡ- коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр ҡабул иткән ойошмалар, йәмәғәт транспортында иҫәп-хисап яһауҙы башҡарған эшҡыуарҙар һәм ойошмалар, электрон сауҙа автоматтарын ҡулланып сауҙа эшмәкәрлеген бойомға ашырған һәм хеҙмәткәрҙәре булмаған эшҡыуарҙар күсергә тейеш.
Ләкин айырым эшмәкәрлек төрҙәрен бойомға ашырғанда, һалым һалыу режимына ҡарамаҫтан, эшҡыуарҙар һәм юридик берәмектәр контроль-касса техникаһын ҡулланыуҙан тулыһынса баш тарта ала. Мәҫәлән, гәзит-журналдар, ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатҡанда; уҡыу йорттарында туҡланыу менән тәьмин иткәндә; таратып һатыу иткәндә; аяҡ кейемдәрен ремонтлағанда; тимер галантерея һәм асҡыстар әҙерләгәндә; балаларҙы, сирлеләрҙе һәм оло йәштәгеләрҙе ҡарағанда, башҡа осраҡтарҙа.
Һалым һалыуҙың патент системаһын ҡулланыусы айырым категория һалым түләүселәр ҙә контроль-касса техникаһынан баш тарта ала. Чектар урынына улар һатып алыусыларға иҫәп-хисап яһау фактын раҫлаусы документ бирә ала.
Билдәләп үтергә кәрәк, иҫәпләнгән килемгә берҙәм һалым (ЕНВД) рәүешендә һалым түләүсе һәм һалым һалыуҙың патент системаһын ҡулланыусы шәхси эшҡыуарҙарға яңы контроль-касса техникаһын һатып алыуға һалым вычеты бирелә. Уның күләме ККТ һатып алыуға сығым суммаһын тәшкил итә, ләкин һәр берәмек контроль-касса техникаһына 18 мең һумдан күберәк түгел.
Ошоно ла оноторға ярамай: онлайн- кассалар ғәмәлгә индерелеү менән ККТ ҡулланмайынса ҡулаҡсаға иҫәп-хисап яһаған өсөн яуаплылыҡ та арттырылды.


Р. Әхмәтов, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 2-се район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары.

Читайте нас: