Беҙҙең Ҡыйғы
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Май 2019, 17:12

һынмаған, һығылмаған

Бөйөк Еңеү көнө алдынан хеҙмәт ветераны Разия Әбүбәкер ҡыҙы Ханова (һүрәттә) үүҙенең оло юбилейын – 90 йәшен билдәләне. Ул һуғыш йылдарының бар ауырлығын һәм һынауҙарын үҙ елкәһендә татыған, туғандарын һәм яҡындарын оло юғалтыу ҡайғыһын кисергән, әммә рухы һынмаған быуын вәкиле.

Юбилейы уңайынан Р. Хановаға Рәсәй Президенты В. Путиндың ҡотлау хаты һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәхмәт хаты, иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Разия Әбүбәкер ҡыҙы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуып үҫә. 14 йәшлек үҫмер сағында Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы хаҡындағы хәбәрҙе ишетә. “Һуғыш башланғанда атайым Әбүбәкер Шакир улына 53 йәш ине, уны фронтҡа алманылар, әммә хеҙмәт армияһына саҡырҙылар. Ул 1945 йылда ғына өйгә ҡаты сирле килеш әйләнеп ҡайтты. Әсәйем Хәсбикамал Хәйретдин ҡыҙы, нисек кенә дауалап ҡараһа ла, һаҡлап алып ҡала алманы.
Ғаиләбеҙҙә 11 бала үҫтек. Мин иң кесеһе һәм берҙән-бер тере ҡалғаны булдым. Атайым вафат булғандан һуң күп тә үтмәй, ауыр эштән һәм аслыҡтан әсәйем дә донъя ҡуйҙы,”– тип күҙ йәштәре аша һөйләй ветеран. Ҡыҙыҡай һуғыштың тәүге көндәренән почтала эшләй башлай, Еңеүҙән һуң ул Үрге Ҡыйғы ауылындағы Дәүләт банкыһына өйрәнсек булып урынлаша. Артабан хисапсы, бухгалтер һәм кассир булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән, эшендә һәр саҡ алғы сафта булғаны өсөн “Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы” исемен алған.
Ветеран бөгөн дә ағаһы Талип Әбүбәкер улы Шакиров хаҡында яҡты иҫтәлектәрҙе йөрәк түрендә һаҡлай. “Ул 1939 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырылды. Отделение командиры, кесе лейтенант III Украина фронты составында Ленин һәм Кутузов орденлы 1-се гвардия механизацияланған корпусында хеҙмәт итә. 1945 йылдың 5 мартында Германияла һәләк була.
Талип ағайым ғаиләлә һигеҙенсе бала ине. Унан хаттар килә торғайны. 1942 йылда Мәскәү ҡалаһынан фронтҡа оҙатыр алдынан төшкән фотоһы менән хаты килде. Был фото әле Д. Ракшин исемендәге район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана. 1945 йылда беҙҙең ғаилә ҡәҙерле һәм һөйөклө кешебеҙҙең һәләк булыуы хаҡында ҡайғылы хәбәр алды,” – тип һөйләй Разия Әбүбәкир ҡыҙы.
Әммә ул ағаһының һәләк булыуына ышана алмай һәм оҙаҡ йылдар, бәлки, ҡайтып килер, тигән өмөт менән йәшәй, күңеле тулғанда, уның менән хыялында булһа ла аралашып, үҙ ҡайғы-хәсрәттәрен һөйләй. Бөгөн хеҙмәт ветераны Р. Ханова тыныс тормошта йәшәгән ейән- ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп бөтә алмай.


Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.

Читайте нас: