Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө уңайынан ҡайнар ҡотлау теләктәрен ҡабул итегеҙ!
9 Май – һәр рәсәйле өсөн изге көн. Был байрамды беҙ күҙ йәштәре менән үткәрәбеҙ, сөнки Тыуған илебеҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн үҙ ғүмерҙәрен биреүселәрҙе иҫкә алабыҙ. Ветерандарыбыҙ сафы һирәкләнеүе үкенесле. Уларҙың һәр ҡайһыһы – тарихтың тере шаһиты, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы, сикһеҙ героизмы һәм Ватанға тоғролоғо шаһиты.
Хөрмәтле ветерандар, беҙ һеҙҙең алда мәңге бурыслы, Бөйөк Еңеү өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ! Был байрам көндәрендә барлыҡ борсолоуҙар таралһын, һәр йортҡа яҡшы кәйеф килһен, халҡыбыҙҙың үлемһеҙ батырлығы тураһында иҫтәлектәр илебеҙҙең һәр кешеһенең күңелен яҡтыртһын!
Ысын күңелдән һеҙгә һаулыҡ, яҡты һәм тыныс көндәр, яҡындарығыҙҙың иғтибарын һәм хәстәрлеген теләйбеҙ. Тыныслыҡ, аҡ бәхеттәр һәм тормош именлеге һеҙгә, хөрмәтле райондаштар!