Энергетик һөнәре мөһим һәм кәрәкле генә түгел, үтә яуаплы ла. Ул бик ҡатмарлы һәм һәр хеҙмәткәрҙән юғары квалификация, сыҙамлылыҡ, төрлө хәлдәрҙә тиҙ һәм дөрөҫ эш итә белеү кеүек сифаттарҙы талап итә. Хөрмәтуллин Анил Фазылйән улының яҙмышы бына 43 йыл инде энергетика тармағғы менән бәйле. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн ул “Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы” исеменә лайыҡ булған.
Хеҙмәт йылдарында ул үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, барлыҡ норматив - техник документацияны, файҙаланылған ҡорамалдарҙы яҡшы белә. Анил Фазылйән улы үҙ эшен бик ярата һәм уны иң ябай һөнәрҙәрҙең береһе тип иҫәпләй. Ә бит был һөнәр иң хәүефлеләрҙән. Тәүге ҡарашҡа ябай һәм зарарһыҙ күренгән электр энергияһы, абайлыҡты юғалтҡанда, үтә лә хәүефле. Тәжрибәле мастер булараҡ, Анил Фазылйән улы эште дөрөҫ ойоштора белә. “Бәхетһеҙлек осраҡтарын булдырмаҫ өсөн, хеҙмәтте һаҡлау ҡағиҙәләре бар. Барлыҡ эш нарядтар һәм ҡарарҙар буйынса башҡарыла, уларҙа тейешле хәүефһеҙлек саралары күрһәтелә,” – ти ул.
А. Хөрмәтуллин хеҙмәт юлын 1976 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡыйғы РЭС- ында электромонтер өйрәнсеге булып башлай. Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, был предприятиеға ремонт буйынса электромонтер булып урынлаша. Ярашлы белем алыу ниәте менән Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрификациялау техникумына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағас, йәнә Ҡыйғы РЭС-ына килә, 1983 йылда юғары вольтлы электр тап- шырыу линияларын ремонтлау буйынса электромонтер итеп ҡабул ителә һәм бөгөнгәсә был предприятиела мастер вазифаһын башҡара.
“Теләһә ниндәй ауылдың һәм предприятиеның тотороҡло үҫеше өсөн энергетик һөнәре ҙур әһәмиәткә эйә. Районыбыҙҙың энергетика тармағы эшенә оҙаҡ йылдар үҙ өлөшөмдө индерә алыуыма бик шатмын,” – ти хеҙмәт ветераны. Тормош иптәше Вәрисә Ахун ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Елена ғаиләһе менән Санкт- Петербург ҡалаһында йәшәй, улдары Вадим Өфөлә төпләнгән. Р. Мөхәмәтова.