Фәтихов Мәхмүт Сафа улы 1941 йылдың 8 авгусында Ҡыҙыл Армия сафына алына, ә 16 сентябрҙән 666-сы артиллерия полкы орудие командиры итеп тәғәйенләнә. Һуғыш дауамында барлыҡ хәрби хәрәкәттәрҙә, шул иҫәптән Берлинды алыуҙа ҡатнаша. Бүленгән фашист дәүләте территорияһында хәүефһеҙлек һәм тәртип һаҡлай, 1947 йылдың ноябрендә генә демобилизациялана. Хәрби хеҙмәттәре өсөн Дан ордены кавалеры була, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Германияны еңгән өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн” миҙалдары, 15-тән ашыу юбилей миҙалы менән бүләкләнә.
Артабанғы тыныс тормошта ла данлыҡлы юл үтә. 20 йылдан ашыу прокуратура органдарында хеҙмәт итә – 1961 йылдан 1983 йылғаса республиканың төрлө райондарында закондар үтәлешен күҙәтә, енәйәтселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттыра.
Беҙҙең районда М. Фәтихов 1965–1970 йылдарҙа район прокуроры вазифаһын башҡара. Органдарҙа эшләү ваҡытында ике тапҡыр сираттағы класс чины бирелә, СССР Генераль прокуроры һәм БАССР прокуроры бойороҡтары менән ҡиммәтле бүләктәргә, рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Ике бала тәрбиәләп үҫтерә.