Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Май 2019, 12:28

ҠАҘАНЫШТАР АРТА БАРА

Пионерҙар һәмуҡыусылар йорто – изгеэштәр оҫтаханаһы. Бындаһәр бала күңеленәоҡшаған шөғөл таба ала.

Биш йүнәлеш буйынса 17 берекмә эшләй, уларҙа 755 бала буш ваҡыттарын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәрә.
Учреждениела Р. Мөхәмәтдинова етәкселегендә ижади, инициативалы коллектив эшләй. Педагогтар төрлө кимәл конкурстарҙа, сараларҙа даими ҡатнаша. Ошо көндәрҙә беҙҙең педагог Ильнара Ғирфанова Бөтә Рәсәй өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре конкурсының республика этабында ҡатнашып, ижади эҙләнеүҙәр һәм педагогик оҫталыҡ өсөн диплом менән бүләкләнде.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто тәрбиәләнеүселәре төрлө кимәл конкурстарҙа еңеү яулай, лауреат һәм дипломант була. Мәҫәлән, 2018–2019 уҡыу йылында беҙҙең уҡыусыларыбыҙ Шәфиева Карина менән Йәнгирова Азалия Бөтә Рәсәй йәш туристар-тыуған яҡты өйрәнеүселәр конкурсының республика этабында 3-сө урын яуланы (етәкселәре И. Ғирфанова, Г. Йәнгирова). Айгөл Асҡарова “Яҙғы тамсы–2019” йәш таланттар республика конкурсында 2-се дәрәжә дипломант булды (етәксеһе Р. Фәйрүшина). Карина Шәфиева менән Кристина Ҡужина – “Үҙ тауышың” республика балалар һәм үҫмерҙәр ижади эштәре конкурсы лауреаттары (етәксеһе И. Ғирфанова), “Каблучок” бейеү төркөмө “Alegria” Халыҡ-ара ижад һәм сәнғәт конкурсында 1-се дәрәжә лауреат булды (етәксеһе Д. Ураҙгилдина). Марат Әлибаев республика конкурсында “Һүрәт” номинацияһында Гран-при яуланы (етәксеһе З. Квасняк).
Йыл һайын район мәҙәниәт йортонда отчет концерты үтә. Ул мәғариф учреждениеһының уҡыу йылына йомғаҡ яһаусы традицион сараһы булып ҡына тормай, балаларға үҙ ҡаҙаныштарын күрһәтергә, ә ата-әсәләргә уларҙың хореографик һәм вокаль мөмкинлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Быйыл отчет концерты Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналды. Фойеға уҡыусыларҙың һәм педагогтарҙың эштәре: ҡайын туҙынан, ҡамырҙан, балсытан, кейеҙҙән, текстилдән, ағасҡтан төрлө әйберҙәр, картиналар ҡуйылды. “Импульс” берекмәһе уҡыусылары работотехника буйынса моделдәрен күрһәтте.
Беҙ төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусы тәрбиәләнеүселәребеҙҙе ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы ижади уңыштар теләйбеҙ.


Г. Йәнгирова, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы.

Читайте нас: