Беҙҙең Ҡыйғы
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
10 Мая 2019, 07:54

ИЖАД ШАТЛЫҒЫ

Яратҡан шөғөлө булған кешеләр, бөгөнгө тормоштоң бөткөһөҙ мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, ижад өсөн ваҡыт таба.

Райондаштарыбыҙҙың һоҡланғыс эштәре менән беҙ район, төбәк һәм республика күргәҙмәләрендә танышабыҙ. Улар араһында Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе Зөһрә Ғәлинаның (һүрәттә) ағастан яһаған әйберҙәре һәр саҡ ҡарашты үҙенә тарта.
Ижадҡа ынтылышы уның бәләкәйҙән килә. “Минең күңелемдә һәр саҡ ғәҙәти булмаған матурлыҡ тыуҙырырға ынтылыусы ниндәйҙер энергия булды,” – ти Зөһрә.
Зөһрә Наил ҡыҙы сығышы менән Өфө ҡалаһынан. Бәләкәй сағында, бесәйҙең ҡойроҡ осон киҫеп алып, үҙенә бумала яһап ала һәм һүрәт төшөрә башлай, күңелендәге уй- тойғоларҙы сағылдырырға тырыша. Ҡайһы саҡ, альбом ҡалмағанлыҡтан, стеналарға һүрәт төшөрә. Мәктәп уҡытыусыһы уның һүрәттәрен юғары баһалай, күргәҙмәләргә алып сыға.
Һуңыраҡ ҡыҙ ағасҡа биҙәк төшөрөү менән мауыға башлай. Бер үк ваҡытта спорт менән әүҙем шөғөлләнә, еңел атлетика, саңғы ярыштарында призлы урындар яулай.
“Йыш ҡына илһам төндә килә, ҡулыма ҡәләм алам һәм, әйтерһең, башҡа донъяға күсәм. Тормош үҙе сәнғәткә әүерелә һәм ошолай минең эштәрем тыуа,” – тип уртаҡлаша З. Ғәлина.
Өйөндә ул бер бүлмәһен оҫтаханаға әүерелдергән, унда яҡты һәм уңайлы. Тиктормаҫ ҡулдар биҙәкле турағыс таҡталар, матрешкалар, картиналар тыуҙыра. Бысҡы, йышҡы, лобзик, кескәй балта, сүкеш кеүек ҡоралдар менән ҡатын бик оҫта эш итә.
“Тағы ла мин ҡарҙан, балсыҡтан скульптуралар яһарға, әүәләргә яратам. Барлыҡ башланғыстарымда балаларым ярҙамға килә,” – ти Зөһрә Наил ҡыҙы.


Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.

Читайте нас