Йыл һайын ҡыйғылар һуғышта һәләк булған яҡташтарын, фронтовиктарҙы иҫкә алыу, ветерандарҙы тәбрикләү өсөн бергә йыйыла.
“Онотмайбыҙ! Ғорурланабыҙ! Хөрмәт менән иҫкә алабыҙ!” – былар буш һүҙҙәр түгел. Митингта олоһонан алып кесеһенә тиклем әүҙем ҡатнашыуы быға бер дәлил булып тора. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш йылы ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәреүселәр, Еңеүгә тос өлөш индереүселәр байрам сараһының хөрмәтле ҡунаҡтары булды. 1945 йылдың еңеүле майы беҙҙән алыҫлашҡан һайын арабыҙҙа фронтовиктар, тыл хеҙмәтсәндәре һирәгәйә бара. Был байрамды беҙ күҙ йәштәре менән үткәрәбеҙ. Еңеүҙең 74 йыллығын 6 һуғыш ветераны, 170- тән ашыу тыл хеҙмәтсәне һәм вафат булған фронтовиктарҙың ғаилә ағзалары ҡаршы алды. Тантаналы митингты асып, район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов ветерандарға йылы ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе: “Был героик, һәр ҡайһыбыҙҙың күңеленә яҡын байрамды илебеҙ 74-се тапҡыр билдәләй. Еңеү бик ҡиммәт хаҡ менән яулана. Тылда ҡатын- ҡыҙҙар, оло йәштәгеләр, балалар үҙҙәрен аямайынса эшләй. Үҫмер малайҙар һәм ҡыҙҙар, йәштәрен арттырып күрһәтеп, фронтҡа үҙ теләктәре менән юллана. Халҡыбыҙҙың берҙәмлеге Бөйөк Еңеүҙе яҡынайта ла инде. Илебеҙ азатлығы хаҡына үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итеүселәрҙең береһен дә онотмайбыҙ. Йылдар үтеү менән был байрам тағы ла мөһимерәк була бара,” – тине ул. Хәтер китабына сираттағы биттәр өҫтәлде.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар, уҡыусылар ҡатнашлығындағы театрлаштырылған тамаша сағыу һәм тантаналы булды. Тәүге доброволецтарҙы фронтҡа оҙатыу, ҡыйғыларҙың тылдағы хеҙмәте тураһында бәйән итеүсе күренештәрҙе йыйылыусылар күҙ йәштәре аша ҡараны. Үҙәк майҙанға Бөйөк Ватан һуғышы легендаһы – Т-34 танкыһы сығыуы һәм Рейхстагты яулау күренеше композицияның көтөлмәгән өлөшө булды.
Традицион парад тантаналы сараның кульминацияһы булып торҙо. Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондары буйынса хәрби комиссариат начальнигы, подполковник Н. Скурихин парадты ҡабул итте. Быйыл кадеттар, йәш егеттәр менән бергә тантаналы марш аҫтында яугир-интернационалистар, локаль һуғыштар ветерандары ла үтте. Яу яландарында һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡарған медиктарға хөрмәт күрһәтеү йөҙөнән Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре айырым сафта барҙы. ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе хәрби техникаһы: БТР- 70, “КамАЗ-4320”, “Урал-4310” һәм Т-34 танкыһы майҙан буйлап үтте.
Хәтер акцияһы
Бына бер нисә йыл дауамында “Үлемһеҙ полк” акцияһы Еңеү байрамының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Быйыл да район халҡы, ҡунаҡтары һәм етәкселеге олатайҙарының, ҡарт олатайҙарының портреттары менән урамдар буйлап үтергә сыҡты. Колонна Еңеү скверынан башлап Совет, Ибраһимов, Салауат урамдары буйлап үҙәк майҙанға тиклем хәрәкәт итте. Майҙанда ялан кухняһы эшләне. “Ҡыйғы” ҡулланыусылар кооперативы хеҙмәткәрҙәре 300 порция һалдат бутҡаһы бешергәйне. Бутҡаны тәмләп ҡараусылар уның ҡабатланмаҫ булыуын билдәләне. Байрам көнө асыҡ һауа аҫтында “Т-34” кинофильмын ҡарау менән тамамланды.