Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Май 2019, 17:32

СҮП-САР ПРОБЛЕМАҺЫ ХӘЛ ИТЕЛӘ

Аяҙ көндәр башланыу менән ауыл халҡы үҙ территорияһын төҙөкләндереүгә тотондо. Үрге Ҡыйғы ауылында был йәһәттән ҙур эштәр башҡарылды, тәртип булдырыу әле лә дауам итә.

“Сүп-сар йыйыу өсөн ҡуйылған контейнерҙар һәм бункерҙар бик тиҙ тула, әлегә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ташыусылар ваҡытында сығарып өлгөрмәй. Ләкин проблема аҡрынлап хәл ителә. Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе ауылдарында ҡуйылған 18 контейнерға һәм 9 бункерға өҫтәп, беҙ Таганрог ҡалаһынан 396 мең һум суммаға йәнә лә 66 контейнер һатып алдыҡ (аукцион һөҙөмтәһендә). Был маҡсатҡа аҡса район бюджетынан бүленде.
Финанс мөмкинлектәргә ҡарап, контейнерҙар ҡуйыу өсөн майҙансыҡтар төҙөүгә һәм уларҙы кәртәләүгә тотонасаҡбыҙ,” – тип һөйләне урындағы ауыл биләмәһе башлығы Н. Шәмиев.
Л. Ибраһимова.

Читайте нас: