Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Май 2019, 19:25

Республикала тәүгә «Йәйләү» ҡымыҙ этно-фестивале ойошторола

Башҡортостанда тәүгә «Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале ойошторола. Ул 27-28 июлдә Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромында уҙа. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы, «Аҡбуҙат» ипподромы, UMAY Ethno Production.

Фестивалдең маҡсаты — «Башҡорт ҡымыҙы» брендын популярлаштырыу, этно-сараны бөтөнләй яңы форматта үткәреү. Сараға бөтә республиканан ҡымыҙ бешеүселәр саҡырылған.
Ҡымыҙ-фест майҙансығында тирмәләр һәм ихаталар ҡороу, оҫталыҡ дәрестәре, ауыл хужалығы продукцияһы һәм кәсепселәр күргәҙмәләре, «Ашмаркет» аш-һыу фестивале, музыкаль этно-фестиваль, ат сабыштары, балалар өсөн төрлө саралар ойоштороу, ҡымыҙ менән һыйлау күҙаллана. Фестиваль барышында ҡымыҙ бешеүселәрҙең һөнәри съезы уҙғарыла.
Ҡыҙыҡһынған кешеләр һәм компаниялар ғаризаны бында тултыра ала. Ғаризаны [email protected] электрон почтаһына ла ебәрергә мөмкин.
Читайте нас: