Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Май 2019, 19:10

МАУЫҠТЫРҒЫС ИЖАД ДОНЪЯҺЫ

Советар Союзы Геройы Д. Ракшин исемендәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында билдәле рус рәссамдарының береһе Борис Кустодиевтың (1878–1927) картиналарынан торған күргәҙмә эшләй башланы.

Борис Михайлович родился в г. Астрахани. Когда ему Борис Михайлович Астрахань ҡалаһында донъяға килә. Уға 9 йәш булғанда ҡалаларына рәссамдар күргәҙмәһен алып киләләр. Малайҙы рәсем сәнғәте шул тиклем хайран ҡалдыра, ул ныҡлы рәүештә һүрәт төшөрөргә өйрәнергә хәл итә. Әсәһе аҡса табып, Астрахандағы билдәле рәссам Петр Власовҡа уҡырға бирә. Семинариянан һуң Кустодиев Петербург ҡалаһына юллана һәм Юғары художество училищеһына документтарын тапшыра. Уны Илья Репин уҡыта. 1901 йылда Репин, иң яҡшы уҡыусыһы булараҡ, Бористы “Дәүләт советының тантаналы ултырышы” картинаһы өҫтөндә эшләргә саҡыра.
1903 йылда Б. Кустодиев уҡыу йортон алтын миҙал менән тамамлай. Уға Илья Репиндың уҡыусыһы булыу бәхете тейһә лә, башҡаса уҡытыусыһын ҡабатларға теләмәй, натуранан түгел, ә үҙ күҙҙаллауҙарынан сығып картиналар яҙырға ҡарар итә. Борис халыҡ йәрминкәләре, халыҡ байрамдары менән һоҡлана. Ошо юлында уға бик күп һынауҙар осрай.
1909 йылда рәссамдаш арҡа мейеһе яман шеше башлана. Бер нисә операция уға ваҡытлыса еңеллек кенә бирә, ғүмеренең һуңғы 15 йылында инвалид креслоһында хәрәкәт итергә мәжбүр була. Ауырыуы сәбәпле, картиналарын ятып төшөрөргә тура килә. Ләкин нәҡ ошо осорҙа ул иң сағыу, иң күренекле әҫәрҙәрен ижад итә. 1909 йылда Кустодиев рәсем сәнғәте академигы исеменә лайыҡ була.
Крәҫтиәндәрҙең байрамса сағыу көнкүреше, провинция сауҙәгәрҙәре тормошо – билдәле рус рәссамы Борис Михайловичтың ижадындағы төп темалар. Музейҙа урын алған картиналар (24 дана) бик ҡыҙыҡлы. Байрамдарҙы, йәрминкәләрҙе төшөргән рәссамдың эштәренә шаян колорит, ҡыйыу буяуҙар хас. Оҙон тун кейгән сауҙәгәрҙәр, сағыу күлдәктәрҙәге көр сауҙәгәр ҡатындары, аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәлдәр, матур тройкалар, күтәренке кәйефтәге халыҡ төркөмдәре – Б. Кустодиевтың исеме менән ассоциацияланыусы темалар.
Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Р. Мирғәлин, район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры.

Читайте нас: