Райондың юл хеҙмәте соҡорҙарҙы ямау эшен тамамлау менән йәйәүлеләр өсөн юлдарҙы тәртипкә килтереүгә тотондо.
“Башавтодор” ЯСЙ-һының ҡыйғы бүлексәһе мастеры Ф. Әлбиев әйтеүенсә, балаларҙың хәүефһеҙлеген ҡайғыртып, иң тәү сиратта ауылдарҙағы мәғариф учреждениелары алдындағы юлдар буятылған. Был эште Р. Ғәлимов, Р. Мөхәмәтдинов, А. Садиҡовтарҙан торған бригада башҡара.
“Беҙ арыҫлан, Йыланлы ауыл биләмәләрендә юлдарҙы буяу эштәрен тамамланыҡ. Бөгөн Һатҡы–Таҫтүбә–Бөрө трассаһында эштәр башҡарыла,” – тип һөйләне Фәнил Рәвил улы.