Беҙҙең Ҡыйғы
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Май 2019, 14:30

Алдағы өс көндә төбәктә һалҡын һауа торошо һаҡлана

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һалҡын һауа торошо: ҡырау, ямғыр, боҙ-борсаҡ һәм ҡар һаҡлана. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 20 майҙа, көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә.

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һалҡын һауа торошо: ҡырау, ямғыр, боҙ-борсаҡ һәм ҡар һаҡлана. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 20 майҙа, көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Төньяҡ-көнсығышта ҡар ҡатыш. Ел төньяҡ-көнбайыштан төндә секундына 5-10 метр, көндөҙ секундына 9-14 метр тигҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, аяҙытҡанда -5 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин. Көндөҙ һауа 7-12 градусҡа тиклем йылына.
Шишмәбе, 21 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Көндөҙ айырым райондарҙа боҙ-борсаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0,+5, урыны менән -3-кә тиклем ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ 10-15 йылы.
Шаршамбы, 22 майҙа, бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәгнәүе мөмкин. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0,+5, көндөҙ 12-17 градус йылы.
Читайте нас: