Беҙҙең райондан съезға район Советы рәйесе А. Нотфуллин, район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, район Советы секретаре А. Ғәйфуллин һәм ете ауыл биләмәһе башлығынан торған делегация барҙы. Форум эшендә БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хәбиров, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К. Толкачев, федераль һәм республика дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашты.
Йыйылыусылар алдында сығыш яһап, Радий Хәбиров муниципалитеттар хеҙмәткәрҙәрен йәмғиәт тормошона әүҙемерәк ҡушылырға саҡырҙы. “Беҙҙең өсөн иң мөһиме – кешеләргә яҡыныраҡ булыу, улар менән аралашыу. Халыҡ ҡайҙа булһа, һис шикһеҙ, беҙ шунда булырға тейешбеҙ. Айырыуса ҡайҙалыр ауыр ваҡиғалар, ғәҙәттән тыш хәлдәр булғанда. Һуңғы кешегәсә ярҙам күрһәтмәйенсә, китмәҫкә тейешбеҙ. Был беҙҙең һөнәри бурысыбыҙ,” – тине Р. Хәбиров.
Съездың пленар өлөшөндә Идара Рәйесенең 2018-2019 йылдарҙағы эшмәкәрлек тураһында отчеты, шулай уҡ яңы срокҡа берекмәнең етәксе органдарын һайлау үҙәк мәсьәләләр булып торҙо. Съезд һөҙөмтәһендә муниципаль эшмәкәрлектең һәр йүнәлешен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәрҙе үҙ эсенә алған йомғаҡлау документы ҡабул ителде.
“Съезд урындағы үҙидара өлкәһендәге иң мөһим бурыстарҙың береһе – граждандарҙың тормош кимәлен күтәреү, халыҡ үҙ социаль һәм иҡтисади хоҡуҡтарын бойомға ашыра алһын өсөн тиң мөмкинлектәр булдырыу маҡсатында муниципаль идара сифатын күтәреү мәсьәләһе ҡаралған майҙансыҡ булып торҙо,” – тип уртаҡлашты беҙҙең район делегаттары.