Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Май 2019, 13:29

ЮЛДАР ТОРОШОНА – ЕТДИ ИҒТИБАР

2019 йылға төҙөлгән ккилешеүҙәргә ярашлы,“Башавтодор” ААЙ--һы Ҡыйғы участкаһы эшсәндәре автомобиль юлдарын ремонтлауҙы бойомға ашыра. Урындағы асфальт--бетон заводы эше тергеҙелгән.

Ошо арала юлсылар Түбәнге Ҡыйғы ауылының Тәхәүи урамында БР автомобиль юлдарын тотоу фонды аҡсаһы иҫәбенә 800 метр оҙонлоҡтағы асфальт- бетон япмалы юлды ремонтлауҙы тамамлаған. Был маҡсатҡа 3,062 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Производство-техник бүлектең баш инженеры И. Мөхөтдинов: “Бөгөн Дүшәмбикә–Йосоп–Йонос– Оло Ыҡтамаҡ трассаһында 5 саҡрым арауыҡта асфальт- бетон юл япмаһын ремонтлауға йәнә ике контракт төҙөлгән. 42,991 миллион һум суммалыҡ эштәр көтөлә.
Түбәнге Ҡыйғы ауылы- ның Ленин урамында (был юлда 37 йыл элек районда тәүге асфальт һалына) мастер М. Шафиҡов етәк- селегендә эштәр ҡайнай.
Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямауға килгәндә, был бурысты ла үтәйәсәкбеҙ. Район үҙәге Үрге Ҡыйғыла юлдарҙы йүнәтеүгә яңы контракт төҙөлгән,”– тип һөйләне.
Автор фотоһы.

Читайте нас: